+28 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
24 Января 2025, 05:15

Уның исеме мәңге онотолмаҫ

19 ғинуарҙа Красноусолда махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яҡташыбыҙ, гвардия майоры, инженер-сапёр батальоны командиры Евгений Сергеевич Драгуновский иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Уның исеме мәңге онотолмаҫУның исеме мәңге онотолмаҫ
Уның исеме мәңге онотолмаҫ

Яугир белем алған Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптә үткән тантаналы митингыла район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артём Ковшов, район Советы рәйесе Галина Петрова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариаттың призыв буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Игорь Ступников, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, ҡаһарман яугирҙың ата-әсәһе Любовь Николаевна һәм Сергей Иванович, ҡатыны Екатерина Драгуновская, яуҙаштары, яҡын дуҫы, инженер-сапёр батальоны штабы начальнигы Юрий Гречухин менән взвод командиры урынбаҫары Баграт Манавазян, класс етәксеһе Екатерина Никифорова, туғандары, класташтары, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.
Евгений Сергеевич Драгуновский 1990 йылдың 4 майында Ҡаҙағстандың Менжинский ауылында донъяға килә. 1996 -2007 йылдарҙа Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптә белем ала. 11-се класты тамамлағас, Төмән юғары хәрби-инженер команда училищеһына уҡырға инә. 2012 йылда хәрби академияны тамамлап, инженер батальонының инженер-сапёр взводы командиры, ә инде 2016 йылда рота командиры итеп тәғәйенләнә. 2020 йылда Е.С.Драгуновский Сүриә-Ғәрәп Республикаһында махсус хәрби бурысын үтәй. Намыҫлы һәм тоғро хәрби хеҙмәте өсөн Евгений Сергеевич “Батырлыҡ өсөн”, I дәрәжә һәм II дәрәжә “Хәрби батырлығы өсөн”, III дәрәжә “Хәрби хеҙмәттә өлгө күрһәткәне өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Инженер тәьминәте бурыстарын үтәүҙә тырышлығы өсөн”, “Минаһыҙландырыу өсөн”, ”Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнә.
Сүриәләге хәрби хәрәкәттәр ветераны махсус хәрби операция башланғас, был аҙымдың илебеҙҙең киләсәге өсөн мөһимлеген аңлап, 2022 йылдың февраленән именлек һағына баҫа.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысын командир, асыҡ һәм ыңғай кеше, ғаиләһе өсөн һәйбәт атай һәм хәстәрлекле ир, 33 йәшендә тотош батальон өсөн “атай” булған батыр яугирҙың ғүмере ҡыҫҡа була. 2023 йылдың 21 ғинуары, үҙенең һөнәри байрамы – Инженер ғәскәрҙәре көнөндә ғүмере өҙөлә уның.
Рәсәй хәрбиҙәре колоннаһына дошман дрондары һөжүм иткәс, ул үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, башҡаларға ярҙамға ташлана, яралы яугирҙарҙы машинанан сығара башлай. Һөҙөмтәлә, яугирҙарҙың барыһы ла иҫән ҡала, тик икенсе БПЛА-ның ярсығы командирҙың башына тейеп, уның ғүмерен ҡыя...
Хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн гвардия майоры үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
Тантаналы митинг асыҡ тип иғлан ителеп, тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Венер Вахитовҡа бирелде.
- Бик тә иҫтәлекле, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс сараға – районыбыҙҙың батыр, ҡаһарман улы Евгений Сергеевич Драгуновский иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу сараһына йыйылдыҡ. Бөгөнгө көндә беҙҙең, киләсәк быуындың яҡты киләсәге өсөн ғүмерҙәрен аямаған Геройҙарыбыҙҙы белеү һәм онотмау, йәштәрҙе тап улар өлгөһөндә ҡыйыу, ныҡлы рухлы, үҙ ватанының ысын патриоттары итеп тәрбиәләү беҙҙең өсөн төп бурыс булып тора, - тине Венер Фәнир улы һәм улдарын лайыҡлы, ышаныслы ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләгәндәре өсөн Евгений Драгуновскийҙың ата-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Мемориаль таҡтаташтың яугир белем алған мәктәп бинаһында урынлашыуы тәрбиәүи йәһәттән бик дөрөҫ. Мәктәпкә килгән һәр уҡыусы бала көн һайын мемориаль таҡта янынан үткәндә яугирҙы иҫкә алыр, уның кеүек үк ҡыйыу, тәүәккәл булыу хаҡында хыялланыр, уны үҙе өсөн өлгө итер, уға оҡшарға тырышыр, - тине үҙенең сығышында республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артём Васильевич. Үҙ сиратында ул да яугирҙың ата-әсәһенә рәхмәт әйтеп, барыһына ла сабырлыҡ теләне.
- Бөгөн барыбыҙ ҙа тыныс күңел менән эшкә, балалар уҡырға бара. Күгебеҙ аяҙ, тыныс һәм бының өсөн бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә именлек һағында булған яугирҙарға рәхмәтлебеҙ һәм бурыслыбыҙ. Евгений Сергеевич һәм башҡа яугирҙар беҙҙең тыныс һәм имен тормошобоҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен аямай дошмандарға ҡаршы тора. Беҙҙең өсөн, айырыуса йәштәр, балалар өсөн Женя илһөйәрлек, батырлыҡ өлгөһө булып ҡалыр һәм беҙ уларҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, - тип билдәләне үҙенең сығышында район Советы рәйесе Галина Петрова.
Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариаттың призыв буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Игорь Ступников Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Указы менән Е.С.Драгуновскийға үлгәндән һуң бирелгән Батырлыҡ орденын яугирҙың ҡатыны Екатерина Александровнаға тапшырҙы.
- Женя бик тырыш, ныҡышмал, башҡаларға ярҙамсыл, тәртипле уҡыусы булды. Хәрби һөнәрҙе һайларға ҡарар иткәс, айырыуса тырышып уҡыны, имтихандарға ныҡлы әҙерләнде, - тип яугирҙы иҫкә алды уның класс етәксеһе Екатерина Никифорова.
Евгений Сергеевичтың ата-әсәһе Сергей Иванович менән Любовь Николаевнаның, ҡатыны Екатерина Александровна сығыш яһағанда һәр кемдең күҙҙәре йәшкә мансылды.
- Уның янында миңә бер ваҡытта ла ҡурҡыныс булманы. Тик уны сираттағы “ҡыҙыу нөктә”ләргә командировкаға оҙатҡанда һәр саҡ ҡурҡтым. Һин бит беҙгә, балаларға бик кәрәкһең тигәндә, һәр ваҡыт: “Тегендә лә бит мине егеттәрем - меңәрләгән балам көтә, уларҙың ата-әсәләре алдында мин һәр береһе өсөн яуаплымын. Ә үҙебеҙҙең балаларыбыҙ янында һин бар һәм мин һиңә ышанам”, - тиер ине, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Екатерина Драгуновская. Ҡаһарман яугирҙың яҡындары уны онотмағандары, хөрмәтләп иҫкә алғандары өсөн барыһына ла рәхмәт белдереп, илебеҙҙә именлек урынлашыуын теләне.
Евгений Сергеевичтың полкташтары Юрий Михайлович менән Баграт Ашутович гвардия майоры Драгуновскийҙың илебеҙҙең именлеге һәм тыныслығы өсөн йәнен-тәнен аямаған ысын ил һаҡсыһы, ҡурҡыу белмәҫ яугир, һәйбәт командир, тоғро һәм ышаныслы яуҙаш, дуҫ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ошондай лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн уның ата-әсәһенә рәхмәт белдерҙе. “Уның менән беҙ иң хәүефле операцияға барғанда ла ҡурҡыуҙы белмәнек”, - тине Евгенийҙы һуңғы юлға оҙатырға килгән яуҙаштары.
Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артём Ковшов, ҡаһарман яугирҙың ата-әсәһе Любовь Николаевна һәм Сергей Иванович, ҡатыны Екатерина Драгуновскаяға бирелде.
Тантаналы митингыла ҡатнашыусылар гвардия майоры Евгений Драгуновскийҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, Красная Поляна ауылынан Сергей Тимофеев уға арнаған шиғырын уҡып ишеттерҙе, мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.
Беҙҙең именлегебеҙ, бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен аямаған ҡаһарман яугир Евгений Драгуновский тураһындағы яҡты иҫтәлек ауылдаштары, райондаштары күңелендә мәңге һаҡланыр. Ә инде ҡурҡыу белмәгән яугирҙың көн дә иртән мәктәпкә килгән уҡыусыларҙы ҡаршылаған портреты, класс бүлмәһендәге Герой партаһы балалар өсөн ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булып, уларҙы яҡшы уҡыуға, изге эштәргә илһамландырһын.
Мәрхәбә Собханғолова.

Уның исеме мәңге онотолмаҫ
Уның исеме мәңге онотолмаҫ
Уның исеме мәңге онотолмаҫ
Уның исеме мәңге онотолмаҫ
Уның исеме мәңге онотолмаҫ
Уның исеме мәңге онотолмаҫ
Уның исеме мәңге онотолмаҫ
Уның исеме мәңге онотолмаҫ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас