+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2025, 05:50

Яҡты иҫтәлеге ҡалды

10 ғинуар көнө ауылдашыбыҙ Әмир ағай Ҡотлозаманов үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡапыл ғына беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы. Үҙе иҫән булмаһа ла, уның яҡты иҫтәлеге булып, ул һалдырған “Мәрйәм” мәсете ауылыбыҙҙың нәҡ уртаһында балҡып тора. Әмир ағай уйнап үҫкән урамда, тыуған йортонан йыраҡ та түгел ул.

Яҡты иҫтәлеге ҡалдыЯҡты иҫтәлеге ҡалды
Яҡты иҫтәлеге ҡалды

Әмир Шәрифулла улы 1935 йылдың 10 ғинуарында Игенйылғала тыуа. Атаһы ла, әсәһе Мәрйәм дә бик тырыш кешеләр, йыр-моңға ла бик оҫта булалар. Балаларын да белемле итергә тырышалар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Шәрифулла ағай фронтҡа китә, яраланып ауылға ҡайтҡас, уны колхоз рәйесе итеп ҡуялар. Яралары төҙәлгәс, ул ҡабат фронтҡа китә, Еңеү көнө батырҙарса һәләк була. Мәрйәм апайға Әмир менән Венер улдарын бер үҙе үҫтерергә тура килә. Тырыш ҡатын колхоз эшенә лә, ҡул эштәренә лә өлгөрә.
Башланғыс белемде Әмир ағай үҙебеҙҙең ауылда ала, һуңынан уҡыуын Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә дауам итә. Ул ауыр йылдарҙа урта белем алыу бәхете бик һирәктәргә генә эләгә. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған егет Өфөгә юллана, уҡырға керә, ләкин үҙенең тура һүҙлелеге арҡаһында уға Өфөлә тиҙ арала башҡа урынға китергә кәңәш бирәләр һәм ул Ҡазанға китә, Педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Тырыш егет был уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ҡулына диплом алған егетте Силәбе өлкәһе Ҡонашаҡ районы Ҡарман ете йыллыҡ мәктәбенә эшкә ебәрәләр, йәш белгескә директор вазифаһын тапшыралар. Бында өс йыл эшләгәс, ғаилә хәле буйынса, ул Салауат ҡалаһына ҡайтып, тарих фәнен уҡыта башлай. Кистәрен Өфө нефть институтының филиалында уҡый. Һуңынан “Салауатнефтеоргсинтез” заводына урынлаша, унда ул цех начальнигы дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
Ләкин уның күңеле мәктәпкә тартыла. Әмир Шәрифулла улы Стәрлебаш районының Һарайҫа урта мәктәбендә тарих фәненән балаларға белем бирә, шунан Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тарихтан уҡыта.
Тормош иптәшен Ғафури районы Дарьино ауылына дауаханаға эшкә ебәргәс, ғаиләһе менән шунда күсенәләр, унда мәктәптә 6 йыл завуч була. Тик Әмирҙе тарих фәне нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра һәм ул Ырымбур педагогия институтының тарих факультетына уҡырға керә, уны 1971 йылда уңышлы тамамлай, тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Йәш ваҡыттан уҡ ҡәләм тирбәтә ул, әле Ҡазанда уҡыған йылдарында уҡ ҡыҫҡа хикәйәләр, хатта бер нисә шаршаулыҡ пьесалар ҙа яҙа, улар театрҙарҙа ҡуйыла. Шуға уны татарса сыҡҡан “Ҡыҙыл таң” гәзитенә эшкә алыуҙары ғәжәп тә түгел.
Әмир ағай Стәрлетамаҡ яҙыусылар берлеге менән дә тығыҙ бәйләнештә тора, уның бер нисә хикәйәһе улар сығарған йыйынтыҡта ла донъя күрә. 2001 йылда Өфөлә “Китап” нәшриәте уның “Хикәйәләр” йыйынтығын баҫтыра. Был йыйынтыҡтың геройҙары, башлыса, ауылыбыҙ кешеләре. Нескә юмор ҙа, кеше психологияһын ныҡлы тойомлау ҙа, фажиғәле яҙмыштар ҙа бар ул хикәйәләрҙә.
Ауыр туҡһанынсы йылдарҙа уға бөтөнләй башҡа һөнәр буйынса китергә тура килә - ул таксист булып эшләй. Шул ваҡыттарҙа төрлө кешеләр менән аралашыу уның күп кенә әҫәрҙәренә йән бирә. Ҡыҫҡа хикәйәләре район гәзитендә, рес-публика баҫмаларында донъя күреп тора.
Әмир ағай ҙур пландар менән йәшәй. Уның хыялы - Игенйылға тураһында роман яҙыу. Сөнки ауылдың фажиғәле яҙмышы уны ныҡ борсой ине. Бәлки уны ул яҙып та ҡалдырғандыр, беҙгә мәғлүм түгел.
Ул ауыл менән бәйләнеште бер ҡасан да өҙмәне, ҡыҙыҡһынып торҙо, осрашыуҙарға ла ҡайтты. Ә инде үҙенә иҫән сағында уҡ иҫтәлек итеп мәсет төҙөтөүе уға ҙур мәртәбә өҫтәй. Бөгөнгө көндә мәсеттең төҙөк, шул тиклем матур булыуында Риф ағай Абсаттаровтың да, халыҡтың да роле ҙур, тик кешеләр күберәк йөрөһә, тағын да яҡшыраҡ булыр ине.
Әмир Шәрифулла улы бик оҫта баянсы, моңло йырсы, йор һүҙле генә түгел, бик төплө фекерле әңгәмәсе лә була. Уның тураһында “машина ене ҡағылған” тип тә әйтеп булыр ине. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем машинаһының руле артында үҙе йөрөнө.
Уның улы Айҙар тураһында ла иҫкә алмаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ. Ул да мәсетте төҙөүгә ҙур өлөш индерҙе. Ауыл менән бәйләнеште әле лә өҙмәй, ҡайтҡан һайын мәсеткә матди ярҙам күрһәтә. Атаһының яҡты иҫтәлеген һаҡлаусы ла ул. Уға ла ҙур уңыштар насип булһын.
Ә Әмир ағайҙың 90 йәшен билдәләгән осорҙа, бәлки, уның башҡа ҡулъяҙмалары, фотолары, рәсми мәғлүмәттәре лә килеп сығыр.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
Н.Фәрхшатов исемендәге
премия лауреаты.
Игенйылға ауылы.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас