Был көндө һәр йылдағыса барлыҡ мәктәптәрҙә, йәмәғәт урындарында “Блокада икмәге” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ошо акцияға ҡушылып, Красноусол “Ихлас” сауҙа үҙәге алдында башҡаларҙы ла ошо сарала ҡатнашырға саҡырҙы. Улар был акцияға ҡушылыусыларға Ленинград халҡының иҫ киткес сыҙамлығын һәм батырлығын символлаштырған икмәк киҫәген таратты. Күргәҙмәгә Ленинград блокадаһы тураһындағы китаптар ҙа ҡуйылғайны.
Ерек ауылында йәшәүсе Рәмил Хәмзин Йөҙимән ауылынан булған үҙенең олатаһы Мансур Хәмитовтың да Ленинград блокадаһында ҡатнашыуын, был икмәкте тәмләп, хәтирәләр менән ашаясаҡтарын әйтте.
"Блокада икмәге" - 125 грамм ауырлығындағы икмәк телеме. Ленинградта блокаданың иң ауыр осоронда - 1941-1942 йылдарҙың ҡышында бер кешегә бирелгән өлөш булған ул. “Блокада икмәге” акцияһы фажиғәле ваҡиғаларҙы иҫкә алыу ғына түгел, Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар күрһәткән иҫ киткес рух көсөн иҫкә төшөрөү ҙә булып тора. Уларҙың батырлығы, блокада шарттарында ныҡлығы - беҙҙең өсөн өлгө.