Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар , 10:55

“Апиглобал” халыҡ-ара конгресында

23-25 ғинуарҙа Өфөлә “Апиглобал” халыҡ-ара конгресы уҙғарылып, Рәсәйҙең 80 төбәгенән һәм 15 сит илдән килгән ҡунаҡтар менән бергә районыбыҙҙың бер төркөм белгестәренә лә ошо сарала ҡатнашыу насип булды.

“Апиглобал” халыҡ-ара конгресында
“Апиглобал” халыҡ-ара конгресында

Конгрессты уҙғарыу урыны итеп тап Башҡортостан һайланыуы осраҡлы түгел. Республика тауар балын етештереү буйынса алдынғы урынды биләй, бал күптән инде төбәктең визит картаһына әүерелгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. "Бынан ары Башҡортостанда халыҡ-ара умартасылар конгресы ике йылға бер уҙғарыласаҡ", - тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
Абруйлы сарала бал конкурсына йомғаҡ яһалып, Красноусолдан Вячеслав Сергеевич Квасовҡа “Монофлоралы йүкә балы” номинацияһында өсөнсө урын бирелгән. Уны ошо еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә “татлы бал” еңеүҙәр, уңыштар килтерһен.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: