Белеүегеҙсә, «Атайсал»ға изге эштәр» нәфис фильмы үҫмерҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү, ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Проект сиктәрендә республиканың гүзәл урындарында, шул иҫәптән Ирәндек һыртында, Баймаҡ районының Назар ауылында, йылҡысылыҡ хужалығы һәм «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале төшөрөлә. Фильмдың сценарийын драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған.
-«Атайсал» фильмы - йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән 55 йәшлек Юлайҙың, уның улы Мараттың тормошо һәм Юлайҙың фермаһында эшләп йөрөгән өс үҫмер Айҙар, Рөстәм, Шамилдың мажаралары тураһында ғаилә драмаһы, -тип һөйләй фильмдың режиссеры Рөстәм Шәйхетдинов. - Фильм Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫын сағылдырасаҡ. Бында хозур тәбиғәт күренештәре һәм йолалар ғына түгел, ә үҙ эшеңә ышаныу һәм дуҫтарыңдың, ғаиләңдең, йәмғиәттең ярҙамы теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, маҡсатыңа өлгәшергә мөмкин булыуы ла күрһәтеләсәк.
Районыбыҙҙа ат ялына “йәбешеп” тигәндәй үҫкән үҫмерҙәр бихисап. Киноға төшөүселәр ҙә бар. Бәлки кемдер сираттағы фильмға ла “эләгер”.
Кастинг тураһында тулыраҡ Атайсал (2026) семейный фильм, 6+ ошо һылтанма буйынса уҡығыҙ.