Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар , 16:04

“Комбат “Скиф”

Яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Андрей Мигунов тураһында фильм күрһәтелә.

“Комбат “Скиф”
“Комбат “Скиф”

2 февралдә БСТ каналында  легендар яҡташыбыҙ, “Башҡортостан” полкының А.Зорин исемендәге  танк батальоны командиры, Рәсәй Геройы Андрей Павлович Мигуновҡа арналған “Комбат “Скиф” фильмы күрһәтеләсәк.

- Фильмды төшөрөү географияһы бик киң – Башҡортостан, Волгоград өлкәһенең А.П Мигунов уҡыған Камышин ҡалаһы, Һамар өлкәһе, Дондағы Ростов, Лугански Халыҡ Республикаһы. Был кадрҙарҙа иң ҡәҙерлеһе - бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмаҫлыҡ иҫтәлектәр, - ти фильмдың режиссеры Айгөл Малбаева.

- “Скиф” позывнойы хәрби училище курсантынан алып Афғанстанды һәм Рәсәй Геройына тиклемге тормош юлын уның менән бергә үткән. Тик танк батальоны яугирҙары өсөн  ул “Батя” булған һәм шулай булып ҡалған,- ти документаль фильмдың авторы,  билдәле тележурналист  Гүзәл Хәмитова.

“Батырҙар” циклынан  документаль фильмдың премьераһын  2 февраль, 18.30 сәғәттә БСТ каналы аша ҡарай алаһығыҙ.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: