Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланып, нацистарға ҡаршы алышыусы Үтәк ауылында тыуып үҫкән 51 йәшлек Ғаяз Әһелбаевтың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанын ишетеп, ауылға уны күрергә юлландыҡ. Ҡатыны мәрхүмә булғас, ялға ҡайтарғандар, бер көн алда ерләгән булғандар. Һөйөклө кешеһен юғалтыу ҡайғыһынан арынып өлгөрмәһә лә беҙҙе ихлас ҡаршы алып, беҙҙең менән аралашырға үҙендә көс тапты ул. Көслө рухлы, ихтыярлы, ныҡлы булыуы шунан күренде лә инде. 2023 йылдың майында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөшкәнгә тиклем Ғаяз Рәшит улы Ишембай ҡалаһында станоктар эшләү заводында эшләп йөрөгән була.
Мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы 72-се һанлы һөнәрселек училищеһында киң профилле станоксы һөнәрен үҙләштерә. Ҡораллы Көстәр сафына 1992 йылдың аҙағында алынып, Ватан алдындағы ике йыллыҡ изге бурысын разведка ротаһында үтәп, Осетия-Ингушетия сыуалышы ваҡытында “утлы нөктәлә” ныҡлыҡҡа тәүге сынығыу ала. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, хәрби заводта, Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегендә полицияның участка инспекторы булып эшләй. Артабан хеҙмәт юлын Ишембай станоктар етештереү заводында дауам итеп, үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелгән яҡшы белгес булып таныла ул. Әммә илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, запастағы һалдат – Ватанға тоғролоҡҡа хәрби ант биргән үҙ иленең ысын патриоты өйҙә ҡалыуҙы егетлек тип һанамай, ил һағына баҫыуҙы намыҫ эше тип һанай һәм яратҡан эшен, ғаиләһен – ҡатыны Гөлшат Марат ҡыҙы менән улы Марселде ҡалдырып, үҙ теләге менән МХО-ға юллана.
Контракт төҙөшкәс, Һамар ҡалаһы янындағы Рощинский базаһында хәрби әҙерлек үтеү урынына оҙатылып, станоксы һөнәре нескәлектәрен яҡшы белгән Ғаяз 1 ай танк операторы-тоҫҡаусыға уҡый.
“Ислам” позывнойлы яугир “Башҡортостан” 31-се һанлы мотоуҡсылар полкы составында С.Зорин исемендәге танк батальонының 3-сө ротаһында “Т-90” танкында оператор-тоҫҡаусы булып нацистарға ҡаршы алыша. Роталары Луганск Халыҡ Республикаһы Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә урынлашҡан. Уларҙың батальон командиры яҡташыбыҙ - подполковник, Рәсәй Геройы Андрей Мигунов булған. Ғаяз Әһелбаев Андрей Павлович менән бер ваҡытта контракт төҙөшөп, ул танк батальоны командиры вазифаһында МХО-ға бергә юлланған булғандар. Комбат бер алышта шәхсән үҙе элек яулаған позицияларҙы яҡлаған бронегруппаны етәкләй. Бурысы үтәлә, әммә боеприпастарҙы тулыландырыу өсөн ҡайтҡанда командирҙың БМП-һына дош-ман дрондары һөжүм итә. Һалдаттарын шартлауҙан һаҡлап, үҙе үлемесле яралана.
- Беҙ барыбыҙ ҙа командирыбыҙҙы бик хөрмәт иттек һәм уға “Атай” (“Батя”) тип исем ҡуштыҡ. Ә ул йәш үҫмерҙәрҙе “улдарым” тип атап, һуғышта ла уларҙы ҡурсалап, һәр ваҡыт үҙе оҙатып йөрөнө. Был уның бурыстарына инмәһә лә. Беҙҙең комбат үтә лә тәүәккәл, ғәйрәтле, батыр кеше булды. Беҙ барыбыҙ ҙа уның янында таш стена артында кеүек инек. Ә хәҙер Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһында уның тере һымаҡ таш һыны-бюсы тора. Һәм һәр ҡайһыбыҙ, уның танкистары, отпус-кыла ваҡытта мотлаҡ уға килеп баш эйеп, сәскәләр һалабыҙ. Комбатыбыҙҙың һәләк булыуы үкенесле. Әммә беҙ уны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, сөнки ундай командирҙар бик һирәк, - ти Ғаяз.
Ғаяз Әһелбаев берҙән-бер улы Марселгә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Барлыҡ нәҫелдәренең һәм ауылдаштарының ғорурлығы ул. Уның күкрәген Шайморатов һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары биҙәй, тиҙҙән уларға Суворов һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары өҫтәләсәк. Шулай уҡ танкист 25-се армия командующийының исемле сәғәте менән бүләкләнгән.
Ғаяз Рәшит улы әйтеүенсә, туғандары араһында МХО-ла өс кеше: үҙенән башҡа апаһы Вәзирәнең ейәне Дамир ҡатнаша. Ә 2022 йылда алынып, артиллерист булып алышҡан ике туған ағайҙарының улы Рөстәм Камалов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылда һәләк булған.
Ғаяздың әти-әниһе Фәүзиә Мөхәмәтвәли ҡыҙы менән Рәшит Бәхти улы Әһелбаевтар алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Әниһе 94 йәштә, әтиһе алты йыл элек гүр эйәһе булған. Уларҙың матур өлгөһөндә тәрбиәләнгән Ғаяз махсус хәрби операциялағы хеҙмәтендә уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша. Туған-ырыуҙары илһөйәрҙәр нәҫеленән тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫтыр. Ғаиләлә ҡыйыу уландар, тоғро Ватан һәм хоҡуҡ һаҡсылары үҫеп сығыуының да сәбәпселәре бар. Фәүзиә Мөхәмәтвәли ҡыҙының бер туған ҡустыһы Әсҡәт Рәхимов хәрби кеше булған, авиацияла хеҙмәт иткән. Ғаяз ғаиләлә иң кесеһе. Ағаһы Нияз Салауат ҡалаһының эске эштәр идаралығында оператив дежурный булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, уның улы Алмаз да ошонда уҡ ОБЭП-та хеҙмәт юлы үткән, һуңынан Алыҫ Көнсығышта үҙенең хәрби бурысын үтәп, мотоуҡсылар взводы командиры булып, офицер дәрәжәһендә демобилизацияланған. Апаһы Вәзирә менән еҙнәһе Хәмит Вәлиевтар хаҡлы ялға туҡтағас, Салауат ҡалаһынан әниҙәрен ҡарарға күсеп ҡайтҡандар. Уларҙың улдары Ринат та хаҡлы ялға тиклем Өфөлә ЮХХДИ-ла эшләгән, Абхазияла, Чечняла “ҡыҙыу нөктәлә” булған, уның улы Дамир ҙа шул юлды үткән, МХО-ла ҡатнашҡан.
1 февралдә яуҙаштары янына МХО биләмәһенә юлланған яҡташыбыҙға һәм барлыҡ яугирҙарға тиҙерәк нацистарҙы тамырынан ҡоротоп, имен-аман Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.