Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль , 10:50

Ветерандар хәтер йомғағын һүтте

Күптән түгел Үҙәк район китапханаһының уҡыусылар залында Хеҙмәт ветерандары көнө уңайынан “Кеше эше менән данлы” тигән тематик сара үтте. Китапхана хеҙмәткәрҙәре район ветерандар советы менән берлектә үткәргән был сарала оҙаҡ йылдар төрлө өлкәлә намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сығып, район тормошонда ҡайнап йәшәгән һәм әүҙем тормош алып барған бер төркөм хеҙмәт ветерандары ҡатнашты. Осрашыуға килеүселәрҙең һәр береһе эшләгән йылдарының матур иҫтәлектәре булып ҡалған фотолар, альбомдар алып килгәйне. Уларҙы барлағанда элекке данлы Красноусол быяла заводы, икмәк заводы, леспромхоз һәм башҡа предприятиеларҙа эшләүселәр ҙә иҫкә алынды.

Ветерандар хәтер йомғағын һүтте
Ветерандар хәтер йомғағын һүтте

- Билдәле булыуынса, был көн 2019 йылда, “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индергәндән һуң булдырылды. Ә байрамдың датаһы тарихи ваҡиға – 1974 йылдың 18 ғинуарында “Хеҙмәт ветераны” миҙалы булдырылыуға бәйле. Был көн һеҙгә, районыбыҙҙың барлыҡ ветерандарына оҙаҡ йылдар һуҙымындағы фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, бөгөн дә район тормошонда әүҙем ҡатнашыуығыҙ, әүҙем тормош алып барыуығыҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеген бирә, - тип район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова Хеҙмәт ветерандары көнө тураһында аңлатып үтте. Шулай уҡ осрашыуға килеүселәрҙе ветерандар советының эшмәкәрлеге, алдағы пландары менән таныштырҙы, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты тураһында һөйләне.
Артабан инде сарала ҡатнашыусы һәр кем үҙе менән таныштырып, хеҙмәт юлы хаҡында һөйләне, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен иҫкә алды. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ ине осрашыуҙа: ғүмеренең күп өлөшөндә партия, комсомол райкомында, етәксе органдарҙа эшләүселәр, уҡытыусылар, һатыусылар, икмәк бешереүселәр, китапханасылар, һаулыҡ һағы ветерандары... Иң мөһиме, улар әле лә шундай әүҙемдәр, ихластар, күңелдәре менән һаман йәш, дәртлеләр. Йәнле һәм күңелле был осрашыу һәр кемдең күңелендә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Мәрхәбә Мәмәтҡолова.

Ветерандар хәтер йомғағын һүтте
Ветерандар хәтер йомғағын һүтте
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: