2025 йылдың 1 мартына тиклем Рәсәй Хөкүмәтенең туризм өлкәһендәге премияһына дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә. Эшҡыуарҙар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.
Бөтәһе 8 номинация бар. Улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте күрһәтелгән һылтанма буйынса белергә була: vk.cc/cHTiGK.
Проект менән ғаризаны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Туризм өлкәһендәге премияларын тапшырыу буйынса ведомство-ара советына ебәрергә кәрәк.
Адресы: 123112, Мәскәү ҡалаһы, Пресняның яр буйы, 10-сы йорт, 2-се төҙөлөш, Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы.
Ғариза биреү өсөн документтар өлгөһөн бирелгән һылтанма буйынса таба алаһығыҙ: vk.cc/cH4VXh.
Проекттар түбәндәге шарттарға тап килергә тейеш:
- ғаризалар ҡабул ителә башлағанға тиклем кәм тигәндә бер йыл ваҡыт эсендә ғәмәлгә ашырылған йәки баҫтырып сығарылған;
- үҙ иҫәбенә (гранттар һәм муниципаль, төбәк, федераль аҡса йәлеп итмәйенсә) бойомға ашырылған булырға тейеш.
Һорауҙарығыҙ булһа, мөрәжәғәт итеү өсөн бәйләнеш:
- телефон +7 (495) 870-29-21 (өҫтәмә 15103);
- электрон почта [email protected]