-17 °С
Болотло
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия - интернаты уҡыусылары “Уҡлыҡая уҡсылары” флагы аҫтында районыбыҙ намыҫын яҡланы һәм матур һөҙөмтәләр күрһәтте. Шулай ҙа был юлы ҡыҙҙар мәргәнерәк булып сыҡты. 7А класы уҡыусыһы Индира Шәйәхмәтова 11-13 йәшлек ҡыҙҙар араһында бронза миҙал яуланы.
Ә “Иң йәш ҡатнашыусы” булған 1А класы уҡыусыһы Айлина Хәбибуллина иһә 8-10 йәшлектәр араһында 4-се урын яулап, махсус приз менән бүләкләнде.
Мәрхәбә Собханғолова.