Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль , 13:40

"Йылдың Йәш ғалимы" премияһы булдырылды

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының «Йылдың Йәш ғалимы»премияһын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта төбәк етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

"Йылдың Йәш ғалимы" премияһы булдырылды
"Йылдың Йәш ғалимы" премияһы булдырылды

Йыл һайын һәр береһе 150 мең һум күләмендә ете премия тапшырыласаҡ. Был тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән йәш ғалимдарҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә, шулай уҡ фән һәм инновациялар өлкәһендә профессиональ мәшғүллектең абруйын нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә һәм «Йылдың Йәш ғалимы»премияһын тәғәйенләү һәм түләү тәртибе тураһында положение раҫларға тейеш.

"Йылдың Йәш ғалимы" премияһы булдырылды
"Йылдың Йәш ғалимы" премияһы булдырылды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: