+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
6 Февраль 2025, 10:05

Һиндостан студенттары "Еҙем" тәбиғәт паркында

Уҙған ял көндәрендә Һиндостандан буласаҡ табиптар төркөмө "Еҙем" тәбиғәт паркына, атап әйткәндә, Толпар ауылына килде. Йылы яҡ ил халҡы өсөн ҡышҡы тәбиғәт менән һоҡланыу мөмкинлеге ысын экзотика, үҙе бер илаһи күренеш.

Һиндостан студенттары "Еҙем" тәбиғәт паркындаҺиндостан студенттары "Еҙем" тәбиғәт паркында
Һиндостан студенттары "Еҙем" тәбиғәт паркында

Медицина университетынан 17 егет һәм ҡыҙ тәбиғәт паркының иҫтәлекле урынын - Мәмбәт ҡаяһын ҡарарға теләгәндәр. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса инспекторҙар ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылағас, Толпар ауылы халҡы уларға егеүле аттарҙа ултырып йөрөү мөмкинлеген тәҡдим иткән. Ҡунаҡтарҙы участка инспекторы Рим Ваһапов һәм инспектор Вафир Сөләймәнов оҙатып йөрөгән. Ҡышҡы һауаны һулап, бындағы матурлыҡҡа һоҡланған йәштәр был ерҙәргә тағы ла килмәй ҡалмаҫ. Ысынлап та, һоҡланып туйғыһыҙ бит беҙҙең ерҙәр.

Һиндостан студенттары "Еҙем" тәбиғәт паркында
Һиндостан студенттары "Еҙем" тәбиғәт паркында
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас