Радий Хәбиров Борис Грызловҡа Башҡортостан менән Беларусь араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Яҡтар хеҙмәттәшлекте күптән һәм уңышлы киңәйтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Юғары кимәлдәге осрашыуҙар даими рәүештә үткәрелә, ә аралашыу аныҡ һөҙөмтәләр бирә.
– Беларусь беҙгә көндән-көн яҡыныраҡ була бара – сәнәғәт кооперацияһы нигеҙендә яңы проекттар барлыҡҡа килә, шулай уҡ социаль һәм мәҙәни башланғыстарға нигеҙ һалына, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Мәҫәлән, туристик йүнәлеш асабыҙ. Тармаҡ проекттарының береһе – «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһы. Уның сиктәрендә оло йәштәге кешеләр Белоруссия буйлап туристик сәйәхәткә юллана. Бындай мөмкинлек менән 3,5 мең самаһы кеше файҙаланған, ә 2025 йылға программаға тағы ла 1,5 мең кешене йәлеп итеү өсөн аҡса һалынған.
Хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренең береһе – йәштәр менән эшләү.
Башҡортостан Башлығы уҡыусылар өсөн Беларусь Республикаһына экскурсиялар ойошторорға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте.
– Элек тотош союздан балаларҙың Беларусь Республикаһына сәйәхәт итеү тәжрибәһе бар ине. Беҙ бында уҡыусыларыбыҙҙы алып килергә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ Белоруссиянан балаларҙы ҡабул итергә, улар өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни-мәғариф программаһы ойошторорға әҙербеҙ.
Осрашыу сиктәрендә тикшерелгән гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендәге тағы бер йүнәлеш – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу.
– Борис Вячеславович, Еңеүҙең 80 йыллығына бәйле сараларҙа ҡатнашырға тәҡдим иткән хатығыҙҙы алдым. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, «Беларусь хәтерләй» акцияһында ҡатнашырға әҙербеҙ. Шулай уҡ Белоруссия вәкилдәренең йәмәғәт ойошмаларын үҙебеҙҙәге сараларға саҡырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Яҡтар иҡтисади бәйләнештәргә айырым иғтибар бүлде. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан баҙарында белорус продукцияһының һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. Республикала Белоруссиянан килтерелгән аҙыҡ-түлектән алып еңел сәнәғәт тауарҙарына тиклем тауарҙар һатылған 80-дән ашыу кибет эшләй.
– Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының күп йүнәлештәрҙә юғары кимәл күрһәткән субъекттарының береһе. Мәҫәлән, 2023 йылда Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X Форумы өлгөлө тип табылды, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Борис Грызлов. – Республикала сәнәғәт һәм экспорт әүҙем үҫешә.
Яҡтар шулай уҡ хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе һәм был йүнәлештә эштең дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе.