+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
10 Февраль 2025, 08:39

Радий Хәбиров һәм Роман Головченко артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙ

7 февралдә Минскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән эшлекле осрашыуы үтте. Көн тәртибенә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса «юл картаһы» саралары үтәлеше мәсьәләләре ҡуйылды.

Радий Хәбиров һәм Роман Головченко артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙРадий Хәбиров һәм Роман Головченко артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙ
Радий Хәбиров һәм Роман Головченко артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙ

Белоруссияның Премьер-министры һөҙөмтәле үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ынтылышы өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

– 2024 йылға йомғаҡ яһап, сауҙала баланс һаҡланыуын билдәләргә мөмкин – был хеҙмәттәшлектең иң мөһим күрһәткестәренең береһе. Беҙ бер-беребеҙҙе уңышлы тулыландырыусы өлкәләр таптыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Роман Головченко. – Мөнәсәбәттәр ярайһы уҡ йылдам үҫешә, яңы проекттар барлыҡҡа килә. Тәү сиратта был сәнәғәт хеҙмәттәшлеге, Башҡортостанда ла, Белоруссияла ла бик үҫешкән сәнәғәт секторын иҫәпкә алып, етештереү кооперацияһы өлкәһендә үҙ-ара эш итеү.

Роман Головченко «Горожанин» маркалы тәпәш иҙәнле троллейбустар етештереү буйынса Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус заводының берлектәге проектын үҫтереүҙең яҡшы темптарын билдәләне. Шулай уҡ Өфөнөң трамвай паркын яңыртыу маҡсатында «Белкоммунмаш» заводы менән яңы проект ойошторорға тәҡдим итте.

Радий Хәбиров Белоруссия Премьер-министрының берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуын юғары баһаланы.

– Берлектәге эш һөҙөмтәһендә өлгәшелгәндәрҙән иң мөһиме – бизнесҡа, элек белорус партнёрҙары менән эшләү өсөн тышҡы иҡтисади баҙарға нисек сығырға белмәгән эшҡыуарҙарға юл астыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта бергәләп бер нисә флагман проектын алып барабыҙ, улар нисек хеҙмәттәшлек итергә кәрәклеккә миҫал булып тора. Был етди ниәттәр менән эш итеүсе ҙур көслө компаниялар – «АМКОДОР», «1АК-GROUP».

Машиналар эшләү менән бәйле инвестиция проекттарынан тыш, яҡтар туризм өлкәһендә артабанғы хеҙмәттәшлекте лә тикшерҙе.

– Беҙ Беларусь Респубикаһын Башҡортостан туристары өсөн сағыу, үҙенсәлекле, ҡунаҡсыл төбәк булараҡ ҡарайбыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проектын дауам итәсәкбеҙ һәм быйыл уға «Мәктәп туризмы» программаһын өҫтәйбеҙ. Шулай итеп, балалар өсөн дә Белоруссияға турҙар ойошторабыҙ.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас