Йыл һайын 21 февралдә донъяла Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Башҡортостанда - Рәсәйҙең күп милләтле төбәктәренең береһендә - иҫтәлекле көндө байрам итеүгә һәр кем ҡушыла ала, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.
Байрамға арналған төп саралар программаһында - Радий Хәбировтың милли һәм полилингваль мәктәп директорҙары менән осрашыуы, «Берләштереүсе тел. Йәмғиәт тормошонда туған телдең роле» һәм «Рәсәй - халыҡтар йорто» этнодиктанты. Республиканың белем биреү ойошмаларында «Тел - халыҡ тарихы» темаһына класс сәғәттәре һәм дөйөм мәктәп линейкалары үткәреләсәк.
21 февралдә Өфөләге «Китап» нәшриәтендә яҙыусылар менән осрашыу була. Шул уҡ көндө Дүртөйлөлә Назар Нәжмиҙең ижади мираҫын өйрәнеүгә арналған «Халыҡ шағиры» республика әҙәби-ижади конкурсы тамамлана.
20 февралдән 21-нә тиклем республиканың барлыҡ тарихи-мәҙәни үҙәктәрендә фестивалдәр, конкурстар һәм кисәләр ойошторола, ә социаль селтәрҙәрҙә бик күп флешмобтар, шул иҫәптән Халыҡ-ара туған тел көнөнә ҡарата республика флешмобы, шулай уҡ башҡорт телен белеүгә конкурс була.
22 февралдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Урал батыр эҙҙәре буйлап» тигән интерактив квест була.
Ғафури районында ла мөһим көнгә арналған саралар үтә. Район халҡы "Туған телем - ғорурлығым" флешмобына әүҙем ҡушылды.