Сара Геройҙар Аллеяһы алдындағы майҙанда тантаналы митингынан башланды. Яуҙа һәләк булған батырҙар рухына бер минут тынлыҡ иғлан ителеп, Геройҙар Аллеяһындағы Билдәһеҙ һалдат һәм Мәңгелек утҡа венок һәм сәскәләр һалынды.
Артабан барыһы ла район район мәҙәниәт һарайына байрам концертына йыйылды. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам тантанаһына махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ, хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған һәм әлеге көндә илебеҙ азатлығы өсөн яуҙа булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡындары саҡырылғайны. Фойела Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Тантаналы рәүештә залға Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагы индерелгәс, Гимндар яңғыраны.
Сара “Эксклюзив” өлгөлө хореография коллективының “Ҡайтығыҙ” бейеү композицияһы менән башланды. Байрам айҡанлы ҡотлау өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Венер Вахитовҡа бирелеп, ул үҙ сығышында ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан тыл ветерандары Түбәнге Ташбүкән ауылынан Моғаттар Мәсәлим улы Ҡотовты һәм Красноусолдан Назия Сәләхетдин ҡыҙы Ишмөхәмәтованы Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән бирелгән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилей миҙалы менән бүләкләне. Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Фәйруз Ғимаҙиев та ир-аттарға үҙ теләктәрен юлланы һәм һәләк булғандан һуң лайыҡ булған бер төркөм яугирҙарҙың ордендарын уларҙың яҡындарына тапшырҙы. Махсус хәрби операция яугиры, әлеге мәлдә ҡыҫҡа отпускала булған Эмиль Әбелғужин сығыш яһап, барыһын да берҙәм булырға саҡырҙы һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Байрам тантанаһында ир-егеттәргә арнап, патриотик темаға урындағы иң яҡшы йырсылар, бейеүселәр, ижади коллективтар ҡатнашлығында бай йөкмәткеле сағыу байрам концерты булды.