Билдәле булыуынса, 2025 йылға республиканан 4 фермер "Агротуризм" программаһы буйынса федераль гранттар конкурсында еңеүгә өлгәшеп, улар үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән 3 млн-дан 10 млн һумға тиклем ярҙам аласаҡ. Улар араһында "Башҡортостан төпкөлөнән" проекты менән яҡташыбыҙ, умартасы-фермер Линар Сөләймәнов та бар.
Башта гәзит уҡыусыларҙы Линар Ғәйсәр улы менән яҡынданыраҡ таныштырып китергә кәрәктер. Бөгөн уңышлы эшҡыуар булып танылған Линар төрлө һөнәрҙе “тәмләп” ҡарағас ҡына умартасылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Стәрлетамаҡтағы физика-математика йүнәлешендәге 1-се лицейҙы тамамлағас, БДУ-ның иҡтисад һәм юриспруденция (хоҡуҡ фәне) факультеттарында белем ала. Артабан Линар ун ике йыл Стәрлетамаҡта “Сода” етештереү берекмәһендә яуаплы вазифаларҙа эшләй. Тик ике юғары белемгә эйә булған егет бының менән генә хушһынмайынса күңеленә ятҡан шөғөл эҙләүҙән туҡтамай.
– Тәүҙә мин Салауат ҡалаһында үҙ эшен башлаусы эшҡыуарҙар өсөн Аяз Шабутдинов ойошторған Like Үҙәк бизнес-мәктәбендә өс йыл франчайзи-партнёр һөнәре буйынса эшләп, ғәҙәти булмаған проекттар һәм франшизалар менән ҡыҙыҡһындым. Ләкин бындай эш менән ныҡлап шөғөлләнергә баҙнат итмәнем. Ул саҡта әле умартасылыҡҡа хобби итеп кенә ҡарай инем, әммә бала саҡтан күреп, белеп үҫкән умартасы һөнәре һәр ваҡыт үҙенә тартып, саҡырып торҙо. Әсәйем яҡлап ике ҡартатайым – Ғүмәр Хәбибуллин (1874 йылғы) менән Мөхәмәтгәрәй Зәйнешев (1911 йылғы), олатайым Әнүәр Хәбибуллин да умартасылар булған. Бер саҡ, умарталыҡта ҡайныма ярҙам итеп йөрөгәндә, “Ниңә әле үҙемә ошо эшкә тотонмаҫҡа?” тигән уй килде. Көслө, тәжрибәле умартасы ҡыҙы булған ҡатыным Екатерина ла минең менән ризалашып, үҙебеҙҙе умартасылыҡта һынап ҡарарға булдыҡ. Башта Өфөләге агросәнәғәт колледжында умартасылыҡ буйынса белемемде камиллаштырҙым. Таш-Аҫты ауылында йәшәгән өләсәйем Фәүзиә Зәйнешеваға йыш ҡайтып йөрөй инем. Бындағы хозурлыҡҡа һоҡланып, “Эх, ошонда ҡайтып йәшә һәм эшлә ине ул!” тип хыяллана торғайным. Һәм бына ошо хыялымды тормошҡа ашырмаҡсы булып, махсус белем алыу менән Мәндем йылғаһы буйлап теҙелеп киткән тауҙар араһындағы экологик яҡтан таҙа урындан умарталыҡ өсөн ер алдым.
2018 йылда эшҡыуар тәүге 60 умарта һатып ала, урманда умарталыҡ өсөн участка төҙөй. Беренсе балды алғас, ысын бәхет, ҡәнәғәтлек кисерә. Ә инде 2020 йылда ауыл хужалығы министрлығының "Яңы эш башлаған фермер" программаһы буйынса грант Линар Ғәйсәр улына крәҫтиән-фермер хужалығын үҫтереүгә этәргес бирә. Имәндәш ауылы янында, Еҙем йылғаһы буйында ғына умарталыҡ өсөн йәнә ер ала. Күстәр һанын арттырып, заманса умарталар, балды һурҙырыу өсөн өҫтәмә ҡорамалдар, балды "етлектереү" өсөн рекристаллизатор, бал ҡорттарын ташыу өсөн тағылмалар һатып алына, ә киләһе йылда махсус бина төҙөлә. Ошо осорҙа үҙенә төрлө яҡлап ярҙам иткән өсөн район етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтле ул. Булдыҡлы эшҡыуар һатып алыусыларға балдан тыш үҙенсәлекле сувенирҙар, бүләк йыйылмалары һәм башҡа умартасылыҡ продукцияһы тәҡдим итә: прополис, ирен өсөн бальзам, инә ҡорт һөтө һәм башҡалар.
- Умартасы булыу - бик ҡатмарлы, ауыр хеҙмәт. Умартасылыҡ миҙгелгә генә бәйле шөғөл түгел. Эш ҡышын да етә: бал һатыуҙы иҫәпкә алмағанда, рамдар һуғырға, балауыҙ иретергә, корпустарҙы таҙартырға. Ә йәйгеһен күсенергә һәм балды һурҙырып алыуға өҫтәмә эш көсөн йәлеп итергә кәрәк. Беҙҙең төп продукт - йүкә балы, уны ихатаңда уҡ йыйырға мөмкин, сөнки эргә-тирәлә йүкә урмандары. Башҡа баллы үҫемлектәр сәскә атҡанда инде күсенеп йөрөйһөң. Тимәк, умартасыға кәрәкле сифаттар - ул эш һөйөүсәнлек, сабырлыҡ, теләһә ниндәй хәлдәргә яраҡлаша һәм тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеү. Һәм, әлбиттә, асыҡлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, сөнки һәр саҡ белемде арттырырға, кәрәкле һәм файҙалы тәжрибәне үҙләштерергә кәрәк, - тип, илһамланып эше менән таныштыра Линар Ғәйсәр улы.
Эшмәкәрлеген тағын да киңәйтеп, тәбиғи балауыҙ нигеҙендә косметика продукцияһын етештереү йүнәлешен үҫтереү, агротуризм менән шөғөлләнеү, бының өсөн уңайлы ҡунаҡ йорттары төҙөү, умарталыҡта оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, туристарға умартанан кәрәҙҙәрҙе алып бал һарҡытыу барышын күрһәтеү, Еҙем буйлап ағып төшөү һәм Киндерле мәмерйәһенә походтар ойоштороу уйы тынғы бирмәй уға. "Агротуризм" программаһы буйынса федераль гранттар конкурсында ҡатнашырға ҡарар итә һәм еңеүгә өлгәшә.
- Экскурсиялар ойоштороу өсөн маршруттар яҡшы билдәле һәм ялдың был төрө туристар тарафынан ҙур һорау менән файҙаланыла, – ти Линар Сөләймәнов. - Башҡортостанда агротуризм ҙур потенциалға эйә, әммә уның мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай. Был тәңгәлдә беҙгә эшләргә лә эшләргә, яңы йүнәлештәр, алымдар эҙләргә кәрәк. Ә башҡорт балы – донъя кимәлендә дан тотҡан, милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән ғорурлығыбыҙ, милли брендыбыҙ. Уны бер кем дә инҡар итә алмай.
- Борон-борондан башҡорт атһыҙ, ҡымыҙһыҙ, балһыҙ йәшәмәгән. “Башҡорт” һүҙе үҙе үк “ҡорт” һүҙенә бәйле. Шулай булғас, ата-бабаларыбыҙ юлын да-уам итергә йөрәк үҙе ҡуша. Әллә ҡайҙан оҙон аҡса эҙләп йөрөүҙең кәрәге юҡ. Байлыҡ – ул үҙебеҙҙең Башҡортостанда. Хәҙер инде ҡортсолоҡ профессиональ һөнәремә әйләнде, тип әйтә алам. Бөгөнгө уңыштарым өсөн беренсе сиратта умартасы эшенең нескәлектәрен өйрәткән ҡайным һәм остазым, тәжрибәле умартасы Михаил Алейникка, һәр башланғысымды хуплап, ярҙам иткән әсәйем Юнирә Әнүәр ҡыҙына һәм, әлбиттә, эшемдә ныҡлы терәк булған ҡатыным Екатеринаға бик рәхмәтлемен. Артабан да һөнәри үҫешеүемде дауам итеп, киләсәктә лә төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға уй бар, Аллаһ бирһә, - ти эшҡыуар киләсәккә пландары менән уртаҡлашып.
Булдыҡлы эшҡыуарға артабан да уңыштар, бөтә идеяларын тормошҡа ашырыуын теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
Республика Башлығы Радий Хәбиров:
"Агротуризм – беҙҙең өсөн бик мөһим һәм перспективалы йүнәлеш. Башҡортостанда республикабыҙ ҡунаҡтарын йәлеп итерҙәй ауыл биләмәләре байтаҡ. Төбәктең ҡеүәте ҙур, ә фермерҙарҙың уны бойомға ашырыу буйынса креатив идеялары күп".