+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
28 Февраль 2025, 05:30

Рамаҙан – әжер-сауаптар айы

Ин шәә Аллаһ, был аҙнала иң изге айыбыҙ Рамаҙан башлана. Динебеҙҙең төп рөкөндәренең береһе булған фарыз ураҙаны үтәү өсөн билдәләнгән ваҡыт һәм Аллаһтың иң бөйөк ниғмәттәренең береһе ул. Был осорҙо ураҙа тотоп, тәрәүих һәм башҡа нәфел намаҙҙар, яҡшы ғәмәлдәр ҡылып, саҙаҡалар биреп, Ҡөрьән уҡып үткәреү хәйерле.

Рамаҙан – әжер-сауаптар айыРамаҙан – әжер-сауаптар айы
Рамаҙан – әжер-сауаптар айы

Ураҙаның файҙалы яҡтары бик күп. Көндө ризыҡһыҙ үткәргән кеше ризыҡтың, шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, кешеләрҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә биргән ғүмерҙең асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә.
“Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин?” – тип һорайҙар. Ҡыҙ бала – 9, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ тип һанала. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шулай уҡ ураҙа күп кенә сирҙәрҙән шифа булып тора ауын да, онотмайыҡ. Ауыр эштәрҙе тамамлап, йә кисектереп тороу кәңәш ителә.
Рамаҙан айы – мосолманға хаҡ юлда нығыныу һәм ялғанын ҡалдырыу, тормошона үҙенсә баһа биреү һәм белмәгәндәрен өйрәнеү өсөн иң ҡулай осор.
Бик күп хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, Рамаҙан айында йәннәт ишектәре асыла, йәһәннәм ишектәре ябыла, шайтандар сынйырлап ултыртыла, изге ғәмәлдәр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дәрәжәләре күтәрелә, уларҙың гонаһтары ғәфү ителә, Раббыбыҙҙың ниғмәттәре ишәйә. Был мөбәрәк айҙы, ҡәҙерен белеп, файҙалы итеп үткәрергә тырышайыҡ. Рамаҙан айы йәндәребеҙҙе туйындырһын, йөрәктәребеҙҙе терелтһен, ҡайғыларыбыҙҙы алып ташлаһын һәм Раббыбыҙ менән күрешеүгә өмөт уятһын! Амин!
Фәнил хәҙрәт БАСИРОВ,
райондың имам-мөхтәсибе.

 

Ниәт һәм ифтар доғалары

Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашап бөтөп, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт әйтелә:

Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙан. Минәл-фәжри иләл-мәғриб. Халисал-лилләһи тәғәлә.

Мәғәнәһе: АллаһыТәғәлә өсөн ихласлыҡ менән таң ваҡытынан башлап, ҡояш байығанға тиклем рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым.
Ҡояш байып, сираттағы көндөң ураҙаһы тамамланғас, бер семтем тоҙ йәки бер йотом һыу, шулай уҡ хөрмә кеүек татлы емеш менән ифтар ҡылыу, йәғни ауыҙ асыу – сөннәт (сауаплы).
Ауыҙ асҡандан һуң ошо доға уҡыла:
Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғфир ли йә ғаффәрү мә ҡаддәмтү үә мә әххәртү.
Мәғәнәһе: Эй, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин Һиңә генә иман килтерҙем, үә Һиңә тәүәккәл иттем, үә Һинең ризығың менән ауыҙ асам. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең әүәлге гонаһтарымды ла, булыуы ихтимал гонаһтарымды ла ярлыҡа.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас