+28 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
28 Февраля 2025, 06:00

Әсә - кешеләр һаулығы, улы Ватан һағында тора

Яугирҙарҙың әсәй-атайҙары, яҡындары менән осрашыуҙар район хакимиәте башлығы тарафынан һәр ауыл биләмәһендә уҙғарылып килә. Шунда улдары махсус операция биләмәһендә булған әсәләргә ҡарап, уларҙың ни тиклем оло йөрәкле, улдары өсөн йәндәрен бирергә әҙер булыуҙарын аңлайһың. Улар гуманитар ярҙам, исемле посылкалар әҙерләп ебәрһенме, маскировкалы япмалар үрһендәрме, бер ваҡытта ла ситтә ҡалмайҙар, бер ергә лә өлгөрәләр. Күптән түгел Сәйетбаба ауылында үткән осрашыуҙа Ҡаранйылға ауылында йәшәүсе шундай әсәйҙәрҙең береһе Рәмилә Ишбулдина менән һөйләшеп алырға насип булды.

Әсә - кешеләр һаулығы,  улы Ватан һағында тораӘсә - кешеләр һаулығы,  улы Ватан һағында тора
Әсә - кешеләр һаулығы, улы Ватан һағында тора

Эйе, улдарынан бер сәләм һүҙе ишетеү өсөн генә лә ҡулдарынан телефондарын төшөрмәй, уларҙың иҫән-һау ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көткән яугир әсәләренә һоҡланмау мөмкин түгел. Яугир әсәһе менән һүҙебеҙ ҙә әлеге көндә МХО-ла Ватан һағында булған улы, “Саит” ҡушаматлы яугирыбыҙҙың хәлен һорашыуҙан башланып китте.
- Ул 2024 йылдың 4 мартында контракт төҙөп, Даян Мурзин исемендәге батальондың 31-се мотоуҡсылар полкына алынды. Мөмкинлек булғанда шылтыратып тора. “Барыһы ла һәйбәт”, тигән була, улар ҙа беҙҙе борсомаҫ өсөн артыҡ һүҙ һөйләп бармайҙар бит инде, - ти әсә кеше.
Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһында тыуып үҫкән Рәмилә Викторовна бәләкәйҙән аҡ халатлы табиптарға һоҡланып үҫә. Әйткәндәй, уның атаһы ла Ҡаранйылға ауылынан, шул ауылда йәшәүсе өләсәһе Мәрхәбә Әхмәтшинаға ситтә йәшәгәндә йыш ҡайтып йөрөйҙәр. Олатаһы Бөйөк Ватан һуғышына алынып, Украина ерендә хәбәрһеҙ юғала. Ҡыҙ 10-сы кластан һуң иң тәүҙә Салауат ҡалаһында 72-се профессиональ техник училищела оптик һөнәре ала, артабан эшләп, Силәбе ҡалаһының Златоуст филиалы булған медицина училищеһында киске уҡыуҙа “медицинская сестра” бүлеген тамамлай. Ҡаранйылға ауылы егете Ильяс менән танышып, ғаилә ҡоралар. Артабан заводта эшләп йөрөгән тормош иптәше эшендә ҡыҫҡартыуға эләккәс, 1995 йылда уның тыуған ауылы Ҡаранйылғаға ҡайтырға ҡарар итәләр. Ауылда фельдшерлыҡ эшен тәҡдим иткәс, Өфөлә тағы ла уҡып, белемен “лечебное дело”ға камиллаштырып ала. Үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәр, көн-төн тип тормай, ауырыуҙарҙың өйҙәренә лә йөрөй, балаларға прививкаларҙы даими эшләтеү хәстәрен күрә, бер кемде лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Шуға ла уны барыһы ла яратып, яҡын күреп “үҙебеҙҙең Рәмилә” тип йөрөтәләр. Тормош иптәше иртә вафат булғас, Артём, Илгиз улдарына атай ҙа, әсәй ҙә булырға тура килә уға. Оло улы Артём МХО-ға контракт төҙөгәнгә тиклем төҙөлөш эшендә эшләй. Ә Илгиз улы нефть техникумын тамамлап, әле Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Рәмилә Викторовнаның хәҙер фельдшер булып эшләүенә лә өс тиҫтә йыл булған. Ошо йылдар эсендә күптәргә ярҙам ҡулы һуҙып, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, ауылда хөрмәтле кеше.
Әсәһенең кеше өсөн янып-көйөп йөрөгәнен күреп үҫкән улы Артём да махсус хәрби операция башланғас, ситтә ҡалыуҙы хуп күрмәй, ил азатлығы өсөн яуға юллана. Ул Бүрәт республикаһының Кехтя ҡалаһында хеҙмәт бурысын үтәп, кесе сержант, миномёт командиры дәрәжәһен алған була. Әрме хеҙмәтенән һуң хәрби һөнәр һайларға теләй, әммә тура килмәй. Әле МХО-ла өлкән сержант итеп үрләтелеп, батырлығы өсөн 2024 йылдың 7 ноябрендә Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Октябрь айында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, әсә күңелен йыуатып киткән. Ҡаһарманлығы өсөн тағы ла наградаға тәҡдим иткәндәр. Сәйетбаба ауылынан яҡташы Аяз Ғәйәр улы менән бер ерҙә яуҙаш булып йөрөйҙәр икән. Шуға ла уның әсәһе Таңһылыу Фәйзуллина менән Рәмилә Викторовна улдарының хәлдәрен бер-береһе аша белешеп, уртаҡ уй-хәсрәттәр менән йәшәйҙәр. Улдары ҡайҙа ғына булмаһын, уларға биргән кәңәштәре, теләгән теләктәре һәр саҡ маяҡ булып торасаҡ.
“Саит” позывнойлы ҡаһарман яҡташыбыҙҙың әсәһе әлеге мәлдә илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән улы менән ғорурлана һәм уның имен-һау, еңеү менән ҡайтыуын теләй. Амин, шулай булһын, ә кешеләр һаулығы һағында торған яугир әсәһенә сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-һөйөнөстәр генә насип булһын.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас