+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
1 Март 2025, 06:50

Ағаһы янына фронтҡа барып, бик күп туғандар тапҡан

Гәзитебеҙҙең сираттағы һанын әҙерләгән мәлдә бүлмәгә фронттан хәбәрҙәре менән танылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ, “Абель” позывнойлы яугир (һүрәттә) килеп инде.

Ағаһы янына фронтҡа барып, бик күп туғандар тапҡанАғаһы янына фронтҡа барып, бик күп туғандар тапҡан
Ағаһы янына фронтҡа барып, бик күп туғандар тапҡан

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән яугирҙа тәү ҡараштан үҙ-үҙенә ышаныс һәм сыҙамлылыҡ тойомлана, ә тауышында - ысын дуҫлыҡ һәм туғанлыҡты белгән кешегә генә хас энергия. Уның фронттағы хеҙмәте, яуҙаштары, яугирҙарҙың көндәлек тормошо, бөгөн Ватаныбыҙҙы һаҡлағандарҙың уй-хистәре һәм кисерештәре тураһында әңгәмәләштек.
Эмиль 1982 йылдың 28 февралендә Ҡаҙағстанда тыуған. Ул 7-се класты тамамлағас, ата-әсәһе тыуған яҡтарына, Ҡауарҙы ауылына күсеп ҡайта. 1998 йылда Эмиль урындағы урта мәктәпте тамамлай һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария-медицина факультетына уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлап, 2003 йылда ветеринар дипломын алған йәш белгес районға ҡайтып, ветстанцияға эшкә урынлаша. Әммә 4 йылдан һуң эшмәкәрлек өлкәһен алыштырырға ҡарар итеп, "Красноусол" шифаханаһына эшкә күсә. Бында “Абель” 2021 йылға тиклем эшләй, шунан һуң тағы бер йыл – “Йоматау” шифаханаһында, ә һуңынан Өфөгә, “ОДК-УМПО” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коммуникациялар бүлегенә күсә.
– Ҡатыным Гөлдәр менән өс бала үҫтерәбеҙ. Оло улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ Өфөлә уҡый. Улар үҙ аллы тормошта тәүге аҙымдарын яһай, беҙҙе уңыштары һәм мауығыуҙары менән ҡыуандыра. Беҙ уларҙың һәр ҡыҙыҡһыныуын - уҡыуҙа, спортта йәки ижадта булһынмы, һәр саҡ хуплап, ярҙам итергә тырыштыҡ. Балаларҙың үҫеүен һәм үҫешен күреү һәр ата-әсә өсөн оло бәхеттер. Ә кесе ҡыҙыбыҙ әле мәктәптә уҡый һәм уның яныбыҙҙа булыуы беҙҙең өсөн үҙе бер йыуаныс, шатлыҡ.
Яугирҙың улар тураһында ихлас, йылы итеп һөйләүенән ғаилә уның өсөн ябай мөнәсәбәттәр түгел, ә ысын терәк һәм бергә үҫеү, ауырлыҡтарҙы еңеү һәм шатлыҡтарҙы уртаҡлашыу мөмкинлеге икәнен аңланыҡ.
- Махсус хәрби операция биләмәһенә мин Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп эләктем. Үҙ илеңде яҡлауҙа ҡатнашыу – минең бурысым булыуын аңлап ошондай ҡарарға килдем. Өҫтәүенә, оло ағайҙарымдың береһе өлөшләтә мобилизация ваҡытында уҡ именлек һағына баҫты. Мин, әлбиттә, ағайым хеҙмәт иткән подразделениеға эләгермен, ҡыйын саҡта бер-беребеҙгә терәк булырбыҙ, ярҙам итә алырбыҙ, тип хыялланғайным. Һәм ошо уй миңә көс һәм ышаныс өҫтәгәндәй ине. Әммә беҙ фаразлайбыҙ, ә тормош барыһын да үҙенсә яйлай. Хәрби әҙерлек ваҡытында беҙгә 810-сы айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһының хәрбиҙәре килеп, полигонда булған егеттәр араһынан үҙҙәренә яугирҙар һайланы һәм мин был бригадаға эләктем. Ҡыҫҡаһы, фронтҡа бер туған ағайым янына тип барҙым, һөҙөмтәлә бер түгел бик күп ағай-туғандарҙы, яуҙаштарымда ысын туғанлыҡ таптым.
Был подразделение составында 2023 йылдан хеҙмәт итәм. Херсон йүнәлешен үттем, артабан Курск өлкәһенә күсерелдек, унда былтыр августа ил сиген үткән дошмандарҙы иң тәүгеләрҙән булып беҙ "ҡаршыланыҡ".
Яугир һөйләүенсә, уларҙың подразделениеһы үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, дошман менән алыштарҙа гвардия исемен лайыҡлы раҫлай. Дошман һөжүмдәрен кире ҡағыу, стратегик мөһим позицияларҙы тотоу, терәк пункттарын штурмлау йәки ауылдарҙы нацистарҙан азат итеү булһынмы – Ҡара диңгеҙ флотының десантсылары һәр ваҡыт ысын батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
- Рәсәй яугиры әүәл-әүәлдән үҙенең сослоғо, тәүәккәллеге, ҡыйыулығы һәм ҡуйылған бурыстарҙы ғәҙәти булмағанса хәл итә белеүе менән данлыҡлы булды, - ти “Абель”. - Беҙ ҙә бөгөн шулай һуғышабыҙ, ҡайҙа хәйлә ҡулланабыҙ, ҡайҙа улар көтмәгәнсә эш итәбеҙ. Әйтәйек, бер нисә тапҡыр дошмандың терәк пункттарын бер атышһыҙ алдыҡ, дөрөҫөрәге, йылға аша йөҙөп сығып, дошмандың артынан, йәғни тылдан үтеп индек. Ә улар маҡталған көнбайыш ҡоралдарына таянып һәм диңгеҙ пехотасыларының бындай ҡыйыулығын күҙ алдына ла килтермәйенсә, беҙҙе күреп, аптырап ҡалды. Мин былай тиер инем: МХО барышында беҙҙең егеттәр һуғышырға өйрәнде, бөгөн беҙҙең һәр яугирҙың яу тәжрибәһе етерлек.
Яугир шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының яугирҙарҙы тәьмин итеү йәһәтенән етди эш алып барыуы, ғәскәрҙәрҙе даими рәүештә яңы ҡоралдар, заманса кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүен билдәләп үтте. Әйтәйек, хәрби кейемдең генә йәйге, ҡышҡы һәм яҙ-көҙгө варианттары бар. Кейем еңел, уңайлы, теләһә ниндәй һауа торошонда йөрөргә мөмкин. Аяҡ кейеме лә шулай: еңел, уңайлы һәм ярашлы, ти ул.
- Шулай уҡ яҡташтарыма, ирекмәндәргә һәм балаларға рәхмәт еткерергә теләйем, улар даими рәүештә посылкалар йыя, хат яҙалар, бетеү-талисман эшләйҙәр һәм бер-бер артлы гуманитар ылауҙар ойошторалар. Уларҙың тырышлығы, ысынлап та, баһалап бөтөрлөк түгел! - ти “Абель” - Яугир өсөн посылка – тыуған өй менән бәйләнеш сараһы. Өйҙә әҙерләнгән ашамлыҡты тәмләү, ҡоралдаштарҙы һыйлау, йә булмаһа яҡындарың яҙған йылы һүҙҙәрҙе уҡыу мөмкинлеге – был барыһы ла беҙгә алға барырға көс бирә. Һәр посылка – тыуған өй йылыһының бер өлөшө кеүек.
- Балаларҙан килгән хаттарға айырым туҡталғым килә, - тип дауам итә ул. - Дәфтәр битендә улар үҙҙәренең уңыштары, хыялдары тураһында, ә ҡайһы саҡта ябай ғына итеп көндәрен нисек үткәреүҙәре тураһында һөйләй. Уларҙың ихлас яҙмаларын уҡып, ышаныслы терәгебеҙ барлығын тоябыҙ һәм был беҙҙең өсөн бик мөһим. Мәктәп уҡыусыларының хаттарын уҡыған ир-аттарҙың күҙе йәшкә тулғанын, илағандарын күргәнем булды. Уйлап ҡараһаң, улар бит һуғыш ваҡытында дошманды йәлләүҙе белмәгән, пуля шытырлауынан һәм снаряд шартлауынан ҡурҡмаған, бәғерҙәре ҡатҡан яугирҙар! Шул уҡ ваҡытта балалар ҡулы менән матур, йылы һәм ихлас итеп яҙылған ҡағыҙ битен ҡулына алғанда йөҙҙәре яҡтыра, йомшара. Һуғыштың ҡатылығына, аяуһыҙлығына өйрәнгән яугирҙар, ҡапыл ғына ябай, шул уҡ ваҡытта бик мөһим булған кешелек тойғоларынан тетрәнә. Был хаттар уларға ни өсөн һуғышҡандарын иҫләтә – балалар киләсәге өсөн, уларҙың шат һәм бәхет тулы тыныс көндәре өсөн, һәр кемдең үҙ өмөттәре һәм хыялдары барлығын, уларҙы аҡларға һәм һаҡларға кәрәклеген. Хаттар, күренмәгән ептәр кеүек, иң ауыр ваҡыттарҙа ла был бәйләнеште нығыта һәм һаҡлай.
- Мөмкинлектән файҙаланып, Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитовҡа, “Красноусол” шифаханаһы генераль директоры Рәмил Бәҙретдиновҡа, беҙҙең ирекмәндәргә һәм был мөһим эштә ҡатнашҡан бөтә кешеләргә рәхмәтемде еткерәм, был эш көн һайын беҙҙең дөйөм еңеүҙе яҡынайта, - тип район халҡына рәхмәт белдерҙе яҡташыбыҙ.
Уҡыусылар Белгородтан танк шлемы кейеп көн һайын юлда Рәсәй ғәскәрҙәренең колонналарын ҡаршылаған һәм оҙатҡан 10 йәшлек Алёша Павлыченко тураһында хәтерләйҙер, моғайын. “Абель” иһә беҙгә шуға оҡшаш хәл, Курск өлкәһендә йәшәгән 9 йәшлек малай тураһында ла һөйләне.
- Белеүемсә, Серёжа төшкә тиклем өйҙән уҡый, ә дәрестән һуң кейенеп юлға сыға һәм беҙҙең яугирҙарҙы ҡаршылап, оҙатып ҡала. Яугирҙар уға “Патриот” позывнойы бирҙе, малай елдән һәм ямғырҙан ышыҡланып торһон өсөн пост та (урын) эшләп ҡуйҙылар. Ул хәрби форма өҫтөнә бронежилет кейә, ҡулында, уйынсыҡ булһа ла, автомат (уны һәм тактик шлемды уға беҙҙең диңгеҙ пехотасылары бүләк итте). Серёжаның һүҙҙәренсә, ул хәрби кеше булырға, һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә йыйына. Был егет - беҙҙең яугирҙарҙың рухын күтәреүсе үҙенсәлекле талисман булып тора. Һәр Рәсәй егете тап Серёжа кеүек үҙ иленең патриоты, үҙ Ватанын һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш, - ти "Абель".
Уның менән оҙаҡлап һөйләшә алманыҡ, ләкин аралашыуҙың һәр минуты бөгөн бер-беребеҙгә ярҙам итеүҙең һәм дөйөм берҙәмлектең, бигерәк тә бындай ауыр ваҡытта, бик мөһим икәнен иҫкә төшөрҙө. Хушлашҡанда уға ныҡлы сәләмәтлек һәм мөһим миссияһын үтәү өсөн рух көсө, ныҡлыҡ теләнек. “Абель”дең алғы һыҙыҡтағы һәр аҙымы артында уның шәхси хыялы ғына түгел, ә өйҙә уны көткән бөтә яҡындарының өмөттәре лә.
Тиҙҙән ҡыҫҡа ялы тамамланып, яҡташыбыҙ үҙе кеүек меңәрләгән ысын ир-егеттәр менән бергә еңеү яулау өсөн яңынан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас