+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
1 Март 2025, 06:00

Ишле ғаилә – ауыл ҡото

Матур донъя ҡороп, күптәргә өлгө булып йәшәгән уңған ғаиләләр һәр ауылда бар. Юлыҡ ауылында йәшәүсе Фәрзәнә менән Хәбинур Яҡшыбаевтар тап шундайҙарҙан.

Ишле ғаилә – ауыл ҡотоИшле ғаилә – ауыл ҡото
Ишле ғаилә – ауыл ҡото

Улар эшһөйәрлектәре, тырышлыҡтары менән дә, йәшәйештәре яғынан да ауылдаштары араһында өлгөлө ғаилә булараҡ билдәле. Икеһе лә Юлыҡта тыуып-үҫеп, ишле ғаиләлә буй еткерәләр. Фәрзәнә – 11 балалы Фәнизә менән Сәлимгәрәй Насировтар ғаиләһендә иң кесеһе – ун беренсеһе, Хәбинур - Сәлимә менән Ғәфүр Яҡшыбаевтар ғаиләһендә алты баланың дүртенсеһе. Тамырҙары ауылда булғас, ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй, ғаилә ҡороп, үҙҙәренең ҙур, иркен йорттарында донъя көтәләр.
1996 йылда матур итеп туй яһап, ғаилә усағын тоҡандыра Яҡшыбаевтар. Ғаилә башлығы булмышы менән ер кешеһе, йәнтөйәгенең тоғро улы, шуға ла үҙенең тыуып үҫкән ауылынан ситтә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Кәләше лә һөйгәненең ауыл тормошон һайлауына риза була. Шулай итеп, ғаилә ауылда төпләнергә ҡарар итә. Үҙҙәре күмәк балалы ғаиләлә үҫкәнгә лә, сабыйҙарҙың шат тауышы яңғырап торған йортҡа бәхет, ҡот ҡуныр, бәрәкәт килер тигәндәй, биш балаға атай-әсәй булалар. Һөйөү хистәренә, ғаилә усаҡтарына көслөрәк ялҡын, тормоштарына йәм өҫтәп, мөхәббәт емештәре – баш балалары - улдары Илнар донъяға килә. Хәҙер инде ул электрик һөнәрен алып, әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, өйләнеп, кәләше Эвелина менән Себер тарафтарына эшкә юлланған. Артабан бер-бер артлы ҡыҙҙары Зөбәйҙә менән Гөлиә тыуа. Өлкәне – ағаһы менән Себер тарафтарында эшләп йөрөһә, кесеһе 9-сы кластан һуң Салауат медучилищеһына уҡырға инеп, 2-се курста һөнәр үҙләштерә. Улдары Ленарға 5 йәш, иң бәләкәстәре – 3 йәшлек ҡыҙҙары Мәҙинә апай-ағайҙарына, атай-инәһенә иркәләнеп, наҙланып ҡына үҫә, балалар баҡсаһына йөрөйҙәр.
Ғаилә башлығы һөт йыйыусы булып эшләй, ауыл халҡынан үҙҙәренән артҡан һөттө йыйып, Еҙем-Ҡаран һөт ҡабул итеү пунктына алып барып тапшыра. Ә хужабикә ауылдағы “Хәләл-Еҙем” СПоК-ында хәләл ризыҡтар етештерә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын булдырып, мал-тыуарҙы күпләп аҫрайҙар, өс тиҫтәләп баш малдары, шуның 16 башы һыйыр, һауын һыйырҙары ғына ла 6 баш, ҡалғандары йылҡы малы. Малсылыҡ продукцияһынан алынған килем иҫәбенә етеш тормошта йәшәй улар. Итләтә лә, тереләй ауырлыҡта ла мал һатып, ғаилә бюджетын тулыландыралар. Ишле малға аҙыҡ та мул кәрәк. Бының өсөн “МТЗ-82” тракторҙары, сапҡыстары үҙҙәренеке, бесәнде йыйып төргәкләйҙәр. 800 центнер (180 тирәһе төргәк) мал аҙығы әҙерләгәндәр, ҡатнаш аҙыҡты, игенде һатып алалар. Йомош-юлға “Лада-Гранта” автомашиналары бар.
Йорттары ҙур, иркен, нурлы, ҡотло, зауыҡ менән заманса итеп биҙәлгән, ҡалалағыса шарттар булдырылған. Йорт эсен, тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәй.
Хеҙмәттә, бер-береңде аңлап йәшәүҙә, донъяның йәме, ҡото булған аҡыллы, зирәк һәм бер-береһенә терәк булырҙай күмәк балалар үҫтереүҙә күрә бәхетте Яҡшыбаевтар. Тыуған ауылдарында нигеҙ ҡороп, киләсәккә матур уй-хыялдар менән йәшәүсе ошондай башҡорт ғаиләләре милләтебеҙҙең ғорурлығы булып тора ла инде.

Ишле ғаилә – ауыл ҡото
Ишле ғаилә – ауыл ҡото
Ишле ғаилә – ауыл ҡото
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас