+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
5 Март 2025, 11:25

Дөйөм эшкә индергән хеҙмәттәре өсөн бүләкләнделәр

Ғафури районы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының дүрт проекты Башҡортостан Башлығы Гранты менән хупланған иң яҡшы 20 республика башланғысы исемлегенә ингән. Был 2022 йылдан алып тормошҡа ашырылған 231 проекттың баһаланыуын иҫәпкә алғанда, һоҡланғыс һөҙөмтә.

Дөйөм эшкә индергән хеҙмәттәре өсөн бүләкләнделәрДөйөм эшкә индергән хеҙмәттәре өсөн бүләкләнделәр
Дөйөм эшкә индергән хеҙмәттәре өсөн бүләкләнделәр

Улар иҫәбендә Ғафури районының мәғарифты үҫтереү фондының "Форпост Еҙем",  “Ғафури районы үҫешенә булышлыҡ итеү” хәйриә фондының “Гафури НКО вместе”, “Бала саҡ ҡалаһы” мәктәпкәсә белем биреүгә ярҙам һәм уны үҫтереү фондынан “Ғаиләгә ярҙам” балалар-ата-әсәләр өсөн үҫеш клубы, Ташлы ауыл советының “Ташлинка” фондының  “Башҡорт телен рәхәтләнеп өйрәнәм” проекттары.

27 февралдә, Бөтә донъя коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнөндә, еңеүселәр БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡулынан үҙҙәренең лайыҡлы наградаларын алды. Был коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың дөйөм эшкә индергән өлөшөнөң мөһимлеген һәм уларҙың район, бөтә республика киләсәгенә йоғонтоһон күрһәтә.

Райондың коммерцияға ҡарамаған секторы вәкилдәренә артабан да арымай-талмай эшләүҙәрен һәм уңыштар, тағы ла күберәк еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.

Дөйөм эшкә индергән хеҙмәттәре өсөн бүләкләнделәр
Дөйөм эшкә индергән хеҙмәттәре өсөн бүләкләнделәр
Дөйөм эшкә индергән хеҙмәттәре өсөн бүләкләнделәр
Дөйөм эшкә индергән хеҙмәттәре өсөн бүләкләнделәр
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас