Әсәйебеҙ бәләкәйҙән тырыш, эшһөйәр, егәрле булып үҫә. Атаһы Әхмәҙулла 1942 йылда һуғышҡа алынып, шул китеүҙән ҡайтмай. Әсәһе Кәримә өс бала менән тороп ҡала. Яҡшы уҡыһа ла һуғыш ауырлыҡтары арҡаһында, өҫкә, аяҡҡа кейергә кейем булмағанлыҡтан, әсәйебеҙ уҡыуын дауам итә алмай, 7-се кластан һуң уҡыуын ташлай. Етмәһә, атайһыҙ етем ҡалалар. Үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, сана менән утын ташып, һалабаш һалып аҡса эшләйҙәр. Бала сағы һуғыш осорона тура килгән әсәйебеҙгә күпте күрергә тура килә. Шуға ла уның тормошо йәштәштәренекенән бер яғы менән дә айырылмай.
Ҡәҙерлебеҙҙе 1960 йылда димләп, Ҡаранйылға ауылына атайыбыҙға кейәүгә биреп ебәрәләр. Атайыбыҙ Ҡазихан Мирсаяф улы ла йәш ярымлыҡ саҡта әсәйһеҙ ҡалып, сит әсә ҡулында үҫә. Әсәйебеҙ шулай үгәй ҡәйнәгә килен булып төшә. Әлбиттә, етешһеҙ тормошта ҡолас йәйеп ҡаршы алмай үгәй әсәй. Атай-әсәйебеҙгә ауыр тормош юлы үтергә тура килә. Үҙҙәренең тырышлығы менән бәләкәй генә өй һалып сығалар. Әсәйем йүкә тапшырып һыйыр ала, шулай донъя көтә башлайҙар. “Беҙ бергә йәшәй башлағанда беҙгә Миңзифа менән Йәмниха Вәлиевтар ныҡ ярҙам ҡулы һуҙҙы. Үҙҙәре ауырлыҡ менән йәшәһәләр ҙә, беҙҙе йәшәргә керетеп, өй һалырға урамдарынан ер бүлеп бирҙеләр”, - ти әсәйебеҙ ул саҡтарҙы әле иҫләп. Уларға әле лә рәхмәттәр уҡып, һәр ваҡыт хәтеренән сығармай.
Ҡаранйылға ауылында әсәйебеҙ башлап йүкәнән лента һуға, унан күреп күп кеше һуға башлай. Һигеҙ йыл ауыл халҡы тапшырған һөттө йыйып, Ҡарағай ауылына ташый, сөгөлдөрҙә лә эшләй, лесхозда ағас ултыртып та йөрөй, сусҡа фермаһында ла эшләргә өлгөрә.
Әсәйебеҙ менән атайыбыҙ 60 йыл бергә татыу ғүмер кисереп, алты балаға ғүмер биргәндәр. Ләкин, ике балалары бәләкәй саҡта ауырып вафат була. Улар дүрт балаһын аяҡҡа баҫтырып, һәр береһенә ярҙам итеп, туйҙар үткәреп, оло юлға сығарғандар. Әлеге көндә оло улдары Миңнихан килендәре Гөлсирә менән матур итеп Сәйетбаба ауылында йәшәйҙәр. Мин - ҡыҙы Сәйҙә, кейәүҙәре Ғәммәр менән Ишембай ҡалаһында ғүмер кисерәбеҙ. Ял көндәрендә әсәйебеҙ янына ҡайтып, ярҙам итеп торабыҙ. Уртансы улдары Назиф, килендәре Гөлсөм ошо ауылда төпләнеп, әсәйебеҙгә терәк таяныс булып торалар.
Тырыш һәм тынғыһыҙ ғаиләнең тормошо болотһоҙ аяҙ көндәрҙән генә тормай, бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килә уларға. Кесе улдары Ғәлиҙең ғүмере йәшләй генә өҙөлә. Нисек кенә ауыр булмаһын, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, яҡты киләсәккә ынтылып йәшәргә тырышты улар. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, оло йәшкә еткәнсе умарта тоттолар. Атайыбыҙ ҡаты сирләй башлағас, әсәйебеҙ уның эргәһенән китмәй матур итеп ҡарап, мәрхүм булғас тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатты, әле лә уның рухын доғалар менән шатландырып тора.
Әсәйемә тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, башын эймәй йәшәй бирә. Уңған әсәйебеҙ ҡул эштәренә лә ваҡыт таба, күңел йылыһын һалып бәйләгән бейәләй, ойоҡбаштарын яҡындарына ихлас бүләк итә. Гәзит-журналдар алдыра, китапхананан китап алып уҡый. Ул һаман да балаларынан, ейән-ейәнсәрҙәренән йәм-ғәм табып йәшәй. Әлеге көнгәсә мал-тыуар аҫрап, ҡош -ҡорт тотоп, донъя утын һундермәй барыбыҙға ла йәшәү сығанағы булып тора. Беҙҙе сәйен ҡайнатып, ашын бешереп көтөп ултыра. Уның наҙлы йомшаҡ ҡулдары бер ҡасан да тик тормай. Ябай ҡулдар, ләкин беҙҙең өсөн улар алтындан да ҡиммәтерәк. Был донъяла иң йомшағы - әсә ҡулдары, иң һиҙгере - әсәй йөрәге. “Тормош матур, беҙ күргәнде балалар күрмәһен, донъялар тынысланһын”, - тип теләп ултыра ул бөгөн.
Тормош алға тәгәрәгән һайын, үҙебеҙ күптән әсәй-өләсәй, атай-олатай булһаҡ та, ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында икәненә ныҡлап төшөнә башлайһың. Тыуған өйгә ҡайтып, әсәй ҡулынан бер генә сынаяҡ сәй эсеү иң ҙур бәхет икәнен көндән-көн асығыраҡ аңлайһың. Ауыр ваҡыттарҙа ла әсәйгә килеп һыйынабыҙ, унан кәңәш һорайбыҙ. Сөнки беләбеҙ, әсәй ярҙам ҡулы һуҙасаҡ, дөрөҫ юлды ла күрһәтәсәк. Әсәйебеҙҙең беҙҙе иғтибар менән тыңлап, балҡып киткән йөҙөн күрһәк, шатлыҡтар артҡандай тойола. Уға күпме генә рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәк тә, әҙ кеүек. Һау ғына бул, әсәйебеҙ. Беҙ һине яратабыҙ.
Һөйөклөбөҙҙө оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан барлыҡ матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Йөрәгеңдән йән тыныслығы, күңел көрлөгө юғалмаһын, тормошҡа булған һөйөүең бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен, яңынан-яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәлеп, һәр көнөң һөйөнөстәр менән тулып торһон, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып, тик алға тәгәрәһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, йортобоҙҙоң ҡото булып, беҙҙе ҡыуандырып, оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Маһира Әхмәҙулла ҡыҙы ВӘЛИЕВАны оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, балаларыңдың игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тырышлығың, тәрбиәң, изге күңелең, йоҡоһоҙ төндәрең, хәстәрлегең өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ һиңә. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап, һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың исеменән ҡыҙың Сәйҙә, кейәүең Ғәммәр, улдарың Миңнихан, Назиф, килендәрең Гөлсирә, Гөлсөм, ейән-ейәнсәрҙәрең Артур-Регина, Салауат-Лилиә, Гөлназ-Дамир, Наҙгөл, бүлә-бүләсәрҙәрең Сабина, Батыр,Тимур, Арыҫлан, Айдинә.
Сәйҙә ИШБУЛДИНА.
Ишембай ҡалаһы.