Кешенең булмышы тыумыштан ниндәй сифаттар, һәләттәр һалыныуына бәйлелер. Абдулла ауылында Асия Баһауетдин ҡыҙы менән Әнүәр Хәбибрахман улы Батыршиндарҙың ете балалы ғаиләһендә иң кесеһе булып донъяға килеп, бөгөн Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләүсе Гөлнур Батыршина ла матур хистәр солғанышында, бәләкәстән ата-әсәһенең эшкә маһирлығын, бер-береһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәтен күреп үҫә. Ағайҙары Әлтәф, Әмир, Ғәзинур, Зиннурға һәм Миңнур, Финзира апайҙарына иш, сос, отҡор булып буй еткерә. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә алып, урта мәктәпте Еҙем-Ҡаранда уңышлы тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты ала. Һөнәр һайлағанда бер ҙә аптырап ҡалмай ҡыҙ, балаларҙы яратыуы, апайҙары кеүек балалар араһында эшләү теләге уны уҡытыусылар әҙерләгән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына алып килә. Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә, башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломына эйә йәш белгес Урта Үтәш башланғыс мәктәбендә тәүге хеҙмәт юлын башлай. Унда бер аҙ эшләгәндән һуң тыуған мәктәбе Еҙем-Ҡаранға күсеп, яратҡан эшен дауам итә. Балаларға башланғыс белем орлоҡтарын сәсеүҙән тыш, ике тиҫтә йылға яҡын Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән Гөлнур Батыршина өс йыл инде директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе йөгөн тарта. 2004-2010 йылдарҙа район милли мәктәптәренең башланғыс кластар уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе була. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, уҡыусыларҙың белем кимәлен үҫтереү өҫтөндә бар һәләтен, булмышын биреп эшләй, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Балаларға төплө белем биреү менән бергә тормошҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләп, йөрәк йылыһын һалған мөғәллимә уларҙың күңелдәрендә лайыҡлы урын биләй, уның биргән кәңәштәре изге, тормошта маяҡ булып тора. Эшен, балаларҙы ярата, илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләүгә күп көсөн һала. Уҡыусылары мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп, тормошта үҙ урынын табалар. 37 йыл инде үҙ һөнәрен яратып, кинәнеп, төрлө сараларҙа ҡатнашып, үҙе лә үткәреп, ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Намыҫлы хеҙмәте менән ихтирам яулаған бик күптәрҙең беренсе уҡытыусыһы Гөлнур Әнүәр ҡыҙын хеҙмәттәштәре һәр эште еренә еткереп башҡарғаны, үҙ-үҙенә талапсан булғаны өсөн хөрмәт итәләр, ата-әсәләр, ауылдаштарының ихтирамын тойоп йәшәй. Төп эшенән тыш төрлө грант проекттарына етәкселек итеп, уңышлы тормошҡа ашыралар, ауылдың һәм биләмәнең йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнай. “Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте” тигәндәй, Гөлнур Әнүәр ҡыҙының хеҙмәте төрлө наградалар, бихисап Маҡтау грамоталары менән баһаланған.
Эшендә тырыш, тәжрибәле мөғәллимә мәктәптең тотҡаһы булһа, шәхси тормошонда уңған ҡатын, һөйөклө әсәй ул. Класташы – Яҡтыкүл ауылы егете Рәзит Ҡоломбәтов менән яҙмышын бәйләй. Мәктәп йылдарынан бер-береһенә йән атып, ҡыҙ егетте әрме хеҙмәтенә оҙатып, көтөп алып, мөхәббәт утында янған ике йәш йөрәк 1988 йылда ҡауыша.
Ҡатын-ҡыҙ – әсә ниндәй генә үрҙәр яуламаһын, ниндәй генә эштә эшләмәһен, ерҙә йәшәүенең төп бурысы булып үҙ артынан быуындар ҡалдырыу тора. Юҡҡа ғына “Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бөтә күрке әсә булыуҙа” тимәгәндәр. Был йәһәттән уның яҙмышы һоҡланғыс, тормош иптәше Рәзит Мәғәфүр улы менән мөхәббәт емештәре - бынамын тигән, тәүфиҡлы, һәр яҡтан маһир бер ул (Илнур) һәм ике ҡыҙға (Әлиә, Алһыу) ғүмер бүләк иткән әсә лә ул. Ҡыҙҙарының икеһе лә мәктәпте миҙалға, өлкәне - “көмөш”, кесеһе “алтын”ға тамамлаған. Юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәс тә яҡшы уҡыуҙары менән алдыралар. Әлиә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының сервис һәм туризм бүлеген тамамлаған. Ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Илнур бер ул атаһы, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй. Алһыу М.Аҡмулла исемендәге Өфө дәүләт педагогия университетында Президент стипендиаһын алып уҡыған, ҡыҙыл дипломға тамамлап, әле магистратурала белем ала, эшләп тә йөрөй. Университетта “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһы етәксеһе булып тора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур ғаилә булып 35 йыл йәшәгәс, ире мәрхүм була. Әммә иңенә төшкән һынауға бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, сабырлыҡ менән үткәрә көслө рухлы уҡытыусы. Оло йөрәкле уҡытыусы үҙенең яҙмышына рәхмәтле.
- Тормош иптәшемдән уңдым – йәшәү көсө бирҙе, терәк-таянысым булды, аңлап, ярҙам итеп торҙо, балаларымдан уңдым – йөҙөбөҙҙө ҡыҙартманылар, рәхмәтлемен, хеҙмәттәштәремдән, уҡыусыларымдан уңдым - уларҙың уңыштары минең уңыштарым булды, - ти ул.
Бөтмөр хужабикә һәр нәмәгә өлгөрә. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә ярата, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә, сәскәләр үҫтерә. Баҡсала үҫкән күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр иртә яҙҙан көҙгәсә тирә-йүнде гүзәллеккә сорнай. Күркәм йорттарының тәҙрә төптәрен матур гөлдәр биҙәй. Ҡура тултырып мал-тыуары, ҡош-ҡорто йөрөй.
Дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен балаларға башланғыс белем биреүгә арнаған Гөлнур Әнүәр ҡыҙы көн дә дәртле аҙымдары менән таныш һуҡмаҡтар буйлап яратҡан эшенә ашыға.