+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Март 2025, 10:24

Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек нәфис

Ҡатын-ҡыҙ ул – сибәр, беҙҙе тыуҙырыусы, ҡараусы, яҡлаусы, йәлләүсе, ныҡ-ныҡ яратыусы  һәм тәрбиәләүсе, ярҙам итеүсе... Сабыйҙарҙың ошо ихлас һүҙҙәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп булмышын асып бирә. Шуларға өҫтәп улар – бар донъяға матурлыҡ, йәм өҫтәүсе, тормоштоң һәр өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән гүзәл эшсе лә, лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтереүсе хөрмәтле Әсә лә. Бөгөн район мәҙәниәт һарайында 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған  байрам сараһына йыйылған гүзәл заттар тураһында тап ошондай йылы һәм ихлас һүҙҙәр әйтелде.

Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфисҠатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек нәфис

Байрамға килгән төрлө ойошмалар, учреждениелар, предприятиелар вәкилдәрен, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарын, әсәйҙәрен район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, район Советы рәйесе Галина Петрова, Рәсәй Социаль фондының  республика бүлексәһе управляющийы урынбаҫары Илгиз Атауллин  тәбрикләп, иң матур, изге теләктәрен еткерҙе, хеҙмәт алдынғыларын  бүләкләне. Район мәҙәниәт йорто артистары - моңло, дәртле йырҙары,“Быҙыбыт” өлгөлө балалар бейеү ансамбле, “Айгүзәл” халыҡ бейеү ансамбле бейеүселәре сағыу бейеүҙәре менән тамашасыларға байрам кәйефе  бүләк итте. Тамашанан һәр кем ҡәнәғәт булып, күтәренке күңел менән таралышты.

Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә  гәзит уҡыусы барса ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙғы гүзәллек байрамы менән ҡотлап, гүзәл заттарыбыҙға бәхет, ныҡлы һаулыҡ, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләп ҡалабыҙ.

Мәрхәбә Мәмәтҡолова.

Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек  нәфис
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙҙар кеүек нәфис
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас