+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Март 2025, 05:00

Илен яҡлап утҡа инә сая башҡорт ҡыҙҙары

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының саялығы, ҡыйыулығы китаптарҙа яҙыла, йырҙарҙа ла йырлана. Тарихҡа күҙ һалһаң, борон-борондан ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр менән бер ҡатар илебеҙҙең именлеген һаҡлаған, дошмандарға ҡаршы яуға күтәрелгән. Сая ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәр менән бергә башҡорт-монгол, башҡорт-ҡаҙаҡ, башҡорт-ҡалмыҡ яуҙарында йөрөүҙәре, ә 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға тиклем барып еткәндәре билдәле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында комсомол эшелондарында республикабыҙҙан 3500 ҡыҙ фронтҡа юлланып, элемтәсе, прожекторсылар, приборсылар, тоҫҡаусылар, зенитсылар, шәфҡәт туташтары булып хеҙмәт иткәндәр.

Илен яҡлап утҡа инә  сая башҡорт ҡыҙҙарыИлен яҡлап утҡа инә  сая башҡорт ҡыҙҙары
Илен яҡлап утҡа инә сая башҡорт ҡыҙҙары
Бөгөнгө махсус хәрби операцияла ла ҡатнаша беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары. Луганск йүнәлешендә "Заря" позывнойлы яҡташыбыҙҙың алғы һыҙыҡта фельдшер булып хеҙмәт итеүен күптәр ишетеп  беләлер. Ул – Йөҙимән ауылы ҡыҙы Фирүзә Тәлғәт ҡыҙы Зәйнуллина.
- Бәләкәйҙән шулай ҡыйыу, тәүәккәл,  изгелексән булды, бер эштән дә ҡурҡмай торғайны. Алдына алғанын ҡуймай торған үҙһүҙле лә ине. Сирле ҡош-ҡорт себештәре, бесәй балаларын нисек ҡарап-тәрбиәләгәне, дауалағаны күҙ алдында. Кешеләргә ярҙам итергә ынтылыуы, шәфҡәтлелеге уның булмышынан ине, - ти уның тураһында яҡындары.
Йөҙимән урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙ күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. 1999 йылда инде "дөйөм практика фельдшеры, дауалау эше" дипломы ала һәм  Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшкә ҡала.  Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән ҡыйыу, тәүәккәл ҡыҙ эштә лә һынатмай, иң ауыр һәм яуаплы бүлектәрҙә эшләй. Күптәрҙең ғүмерен ҡыйған коронавирус осоронда ла  Стәрлетамаҡтағы "Ковид-үҙәк”тә сирлеләргә ярҙам итә. 
Махсус хәрби операция башланған йылда уҡ "яраланған яугирҙарға  кемдер ярҙам итергә тейеш, минең кеүек тәжрибәле фельдшерҙар унда кәрәк бит", - тигән уй менән йәшәй ул. Тик тормош иптәше ҡырҡа ҡаршы төшә, әммә Фирүзә лә үҙ уйынан ҡайтмай. Һәм 2023 йылдың 7 ноябрендә киҫкен ҡарарға килеп, Оборона Министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйып, махсус операция биләмәһенә юллана.
Бөгөнгө көндә медицина хеҙмәте прапорщигы Заря - элемтәселәр батальоны фельдшеры. Алғы һыҙыҡтан сығарылған яугирҙарға беренсе ярҙам күрһәтеп, уларҙы артабан дауаланыу өсөн госпиталгә оҙата. 
- Бындағы эште тыныс шарттарҙа, бөтә уңайлыҡтар булған дауаханалағы эш менән сағыштырып булмай, әлбиттә. Урманда, блиндажда йәшәйем. Шунда уҡ яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә тура килә. Ауыр яралыларҙың ғүмерен күп ваҡытта секундтар, минуттар хәл итә. Шуға ла бында тәүәккәллек, тилберлек, оҫталыҡ ҡына түгел, ҡыйыулыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ та кәрәк, - ти Заря. 
Уның ҡыйыулығы, эшенә тоғролоғо ихтирам һәм һоҡланыу уята. 
Яугирҙар Заряның һөнәри оҫталығын ғына түгел, ә иң ауыр мәлдәрҙә уның кешелекле булып ҡалыуын да билдәләй. "Беҙҙең ғүмерҙе һаҡлаусы аҡ халатлы фәрештәбеҙ", - тип сикһеҙ ихтирам итәләр.
- Яралыларға ваҡытында һәм дөрөҫ итеп тәүге ярҙам күрһәтеп, ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуым миңә көс бирә, үҙ-үҙемә ышанысымды арттыра, - ти Заря. 
Фиҙаҡәр хеҙмәте, яугирҙарға үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ итеп тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүе менән бик күптәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн медицина хеҙмәте прапорщигы Заря "Яралыларҙы ҡотҡарған өсөн", шулай уҡ хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалдары менән наградланған.
Яҡташыбыҙ үҙенә әленән-әле ярҙам ебәреп, хатта махсус хәрби операция биләмәһенә килеп еткән яҡындарына, туғандарына, яҡташтарына сикһеҙ рәхмәтле.  Әле бына ғинуар аҙағында ағаһы Фирғәт Зәйнуллин сираттағы гуманитар ылау менән йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланып, Донецк һәм Луганск өлкәһендәге яҡташтарыбыҙға тәғәйенләнгән посылкаларҙы тапшырғандан һуң һеңлеһе Заря янына ла барып етеп, уға яралыларҙы ташыу өсөн шәхсән үҙе әҙерләгән "УАЗ" машинаһы, дронға ҡаршы ҡорал һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҡалдырып ҡайтты. 
- Яҡташтарыма ҡайнар сәләм. Районыбыҙҙың барса ҡатын-ҡыҙҙарын яҙ байрамы - 8 март уңайынан ихлас ҡотлайым, бәхетле, имен һәм тыныс тормош теләйем, - тип ҡотлау сәләмдәре юллай Заря. 
Ҡурҡыу белмәҫ сая, ҡыйыу яугир, оло йөрәкле, кешелекле, ысын шәфҡәт туташы булған Заряның үҙен дә байрам менән ихлас ҡотлап, уның тиҙерәк ғаиләһе, улдары Артём менән Кирилл, яҡындары янына Еңеү менән һәм иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. 
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас