Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
8 Март , 11:00

Бар яҡтан да маһир еңгәбеҙ!

Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Мәрүә Хажимөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова күптән түгел 90 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Ул лайыҡлы, матур, күптәргә өлгө булырлыҡ ғүмер юлы үткән хөрмәтле ағинәй, ауылыбыҙҙың һоҡланырлыҡ, маҡтаулы, уңған кешеләренең береһе.

Бар яҡтан да маһир еңгәбеҙ!
Бар яҡтан да маһир еңгәбеҙ!

Сығышы менән Мәрүә еңгәбеҙ Архангел районының Муллаҡай ауылынан, Сәлимә менән Хажимөхәмәт Дәүләтҡоловтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. “Мин тыуғанда күҙ асҡыһыҙ әсе буран булған. Ныҡ илаҡ булғанмын. Ейәнсәрем йырсы булыр, илаҡ кеше йырсы була, – тигән олатайым”, тип хәтерләргә ярата еңгәйебеҙ. Ысынлап та, олатаһының юрағаны юш килә. Еңгәбеҙ бик матур йырлай. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Йыл һайын төрлө йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, бүләктәр, грамоталар менән ҡайтты. Зәки Мәхмүтов исемендәге конкурста еңеп, Гран-приға лайыҡ булһа, “Тальян гармун” байрамында лауреат булды. Аҡылы үткер, зиһене шәп, әле лә райондағы, илдәге бөтә яңылыҡтарҙы белеп тора, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының көйәрмәне лә ул. Оҫта йырсы ғына түгел, бай телле сәсән дә Мәрүә Хажимөхәмәт ҡыҙы. Үҙе сығарып йырлаған таҡмаҡтары, мөнәжәттәре күп. Тирә-яҡтың ер-һыу атамаларын да яҡшы белә еңгәбеҙ. Төрлө юғары уҡыу йорттарынан килгән уҡытыусылар, студенттар уның менән осрашып, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе лә алып китәләр.
Ул ауылыбыҙҙың хәстәрлекле “духтыры” ла. Бәләкәстәр тынысһыҙланһа, балаларҙың бүҫере булып ауыртһа, Мәрүә әбейебеҙгә йүгерәбеҙ. Ул дауалап, файҙалы кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп оҙатып ҡала.
Уҡыу аҙ эләгә Мәрүә еңгәбеҙгә. 9 йәшенән колхозда утауҙа, бесән йыйыуҙа һәм башҡа эштәрҙә эшләй, сөнки бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бәләкәй туғаны Әхмәтте ҡарау, өй эштәре лә уның елкәһенә төшә. Уға ла ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡты, аслыҡ-яланғаслыҡты кисерергә тура килә. 19 йәше тулғас, Мәрүәне Ҡауарҙы ауылы егете Хәйҙәр Ғиниәтулла улы Мөхәмәтйәновҡа кейәүгә бирәләр. Ғаилә тормошоноң ни икәнен дә аңлап етмәгән ҡыҙ тиҙ арала тырыш, егәрле килен булып таныла. Ҡәйнәһе, үкһеҙ етем ике бала (әсәләре баланан һуң мәрхүмә була) менән уртаҡ тел табып, бик матур, татыу йәшәйҙәр. Үҫеп, буйға етеп сығып киткәс тә, ҡыҙҙар еңгәләрен ташламаны, һәр ваҡыт ҡайтып, хәлен белеп торалар. Хәҙер инде уларҙың балалары килеп ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр.
Тормош иптәше Хәйҙәр ағайыбыҙ ҙа, ауыр замандар тип тормай, белем алыуға ынтылып, ветеринар-табип һөнәрен үҙләштереп колхоз малдарын ҡараны. Ауыл халҡына ла аҙ ярҙам итмәне. Оҫта механизатор, ихтирамға лайыҡ кеше ине. Тик ҡаты ауырыуҙан һуң 56 йәшендә генә гүр эйәһе булды. Ҡәйнәһе ауырып түшәккә ятҡас та, бер ҙә ауырһынманы еңгәбеҙ, матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатты. Бала ҡайғылары ла күрергә тура килде. Бер ҡыҙы, өс улы, уңалмаҫ яралар һалып яҡты донъянан китеп барҙы. Бирешмәне еңгәбеҙ, үҙендә көс табып, ҡыҙының 3 улын аяҡҡа баҫтырҙы. Яңғыҙ ҡалһа ла балаларының һәр береһенә дөрөҫ тәрбиә биреп, уҡытып сығарҙы. Балалары үҙҙәре ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәйҙәр, эшләп йөрөйҙәр. Ул 5 балаһының, 15 ейән-ейәнсәренең, 19 бүлә-бүләсәренең шатлыҡтарына күмелеп, ҡәҙерле булып ғүмер итә. Әлеге көндә лә хәтере яҡшы, күҙе күрә, ҡолағы ишетә, Ҡөрьән аяттарын уҡый. Ауылыбыҙҙа муллаларға ҡытлыҡ саҡта Ҡөрьән уҡып ауылдаштарын һөйөндөрә ине. Ураҙа тотоп мәсеткә йөрөй, йома һайын мәсетте ҡалдырмай. Ҡайҙа ғына эшләп тир түкмәне еңгәбеҙ. Сөгөлдөр баҫыуындамы, фермала һауынсымы, мәктәптә йыйыштырыусымы – бар эштә лә тырышып эшләй ул. Ниндәй коллективта эшләһә лә, уны ныҡ ихтирам итәләр, “Хеҙмәт ветераны” булып хаҡлы ялға сыға.
Ауылыбыҙҙа Мәрүә еңгәбеҙ бик ҡәҙерле, хөрмәтле ағинәй. Ул һәр ваҡыт эше менән йәмәғәт эштәрен дә бик теләп алып барҙы. Һабантуй, байрамдар, концерттар уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәне. Әле лә, Ололар көнө булһынмы, мәктәптә берәй сара үтһенме – ул иң түрҙә. Ошондай уңған, бар яҡлап та килгән хөрмәтле еңгәбеҙгә һаулыҡ, хәйерле ғүмер, имен тормош теләйбеҙ. Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмерҙе һөйөнөс-ҡыуаныстар менән үткәрергә яҙһын. Янығыҙҙа һәр ваҡыт яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, тоғро дуҫтарығыҙ булһын.
Минзилә НӘЗИРОВА,
уҡытыусы-ветеран, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе.

Бар яҡтан да маһир еңгәбеҙ!
Бар яҡтан да маһир еңгәбеҙ!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: