Һигеҙ бала әсәһе, 19 ейән-ейәнсәрҙең өләсәһе, бер бүләсәрҙең ҡартөләсәһе Рәйлә Нәҡиулла ҡыҙы Имәндәш ауылында ҙур, иркен йортта донъя көтә. Сәйетбаба ауылында тыуып үҫеп, 1968 йылда Имәндәш ауылынан Әғләнур Закир улы менән яҙмышын бер бөтөн итеп, өйләнешәләр. Икеһе лә колхозда эшләйҙәр. 9 балаға ғүмер бирәләр, бөгөн 8-е иҫән-һауҙар. 1969 йылда мөхәббәт емештәре булып баш балалары - ҡыҙҙары Зифа донъяға килә. Хәҙер ул Сәйетбабала йәшәй, ике ҡыҙ әсәһе, бер ейәнсәргә өләсәй. Зилә ҡыҙы күмәк бала әсәһе - ғаиләһе менән тыуған ауылы Имәндәштә төпләнгән, 4 улы, бер ҡыҙы бар. Улдары – бер ҡыҙ атаһы Әнүр менән ул һәм ҡыҙҙың атаһы Марат - Салауатта, ҡыҙҙары Ләйлә – Юрмашта, Ғәлиә – Мәләүездә (икеһе лә 2-шәр улға һәм берәр ҡыҙға әсәй) төпләнгән. Ғаиләлә иң кесеһе – улы Фидан үҙе менән бергә йәшәй, Мәскәүгә йөрөп эшләй. Фәнүр улы йәшләй үк, ә тормош юлдашы 2014 йылда мәңгелек донъяға күскән.
Йәғәфәровтарҙың ишле ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килгән Айрат Имәндәш мәктәбен тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Армия сафына алынып, Силәбе өлкәһендәге хәрби частарҙың береһендә 1,5 йыл эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп ҡайта, кесе сержант званиеһына эйә. Салауат ҡалаһында эшләй. Бер ҡыҙ атаһы. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Айрат иң тәүгеләр рәтендә махсус хәрби операцияға мобилизацияланып, өс йыл инде һуғыш ғәрәсәте эсендә алғы һыҙыҡта нацистарға ҡаршы алыша. Бына шул көндән Рәйлә апайҙың йоҡоһоҙ төндәре башлана. Бер нисә тапҡыр яраланып, госпиталгә эләгә Айрат. Тыуған яғына ҡайтып дауалана һәм йәнә хеҙмәттәштәре янына юллана. Өс тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән. Ҡыҙына Салауат ҡалаһынан фатир һатып алған.
Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн батыр йөрәкле Айрат Әғләнур улы “Донбасты азат иткән өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. Рәйлә Йәғәфәрова хәрби бурысын лайыҡлы үтәгән улы хеҙмәт иткән 2-се мотоуҡсылар батальоны командиры, подполковник А.Ю.Поликарповтан Рәхмәт хаты алған.
Бына шундай Ватанының лайыҡлы һаҡсыһы - илһөйәр ул үҫтергән Рәйлә апай, буласаҡ ил һаҡсылары – ейәндәре лә үҫеп буй еткерә. Өйө ҙур, иркен, йылы, яҡты, газ менән йылытыла, барыһы ла етеш. “Улым менән көн дә тиерлек телефон аша хәбәрләшеп торабыҙ. Барыһынан да ҡәнәғәтмен, бары тик тиҙерәк һуғыш бөтөп, улым һәм башҡа ир-егеттәр иҫән-имен, үҙ аяҡтарында әйләнеп ҡайтһындар” – тип теләй ул.
Беҙ ҙә Рәйлә Нәҡиулла ҡыҙына иҫәнлек, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, улы Айраттың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләп хушлаштыҡ.