Ирек Фәрит улына былтыр декабрҙә 50 йәш тулған. МХО-ла мотоуҡсылар батальонында штурмлаусы булып нацистарға ҡаршы көрәшкән. 2024 йылдың 17 октябрендә алғы һыҙыҡҡа задание буйынса командирҙары менән биш кеше Семидово ҡалаһын азат итеү өсөн һуғышҡа ингәндәр һәм оҙаҡ ҡына хәбәре булмай торған: "хәбәре булыр тип өмөтләнеп көттөк, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошонда ғүмере өҙөлгән", - тип хәтерләй ҡатыны.
Контракт төҙөшөп, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланғанға тиклем Себер тарафтарында эшләп йөрөгән Ирек. Барыһы ла һәйбәт була, эшендә яҡшы, маҡтаулы эшсе, бригадир, хеҙмәт хаҡы ла етерлек. Әсәлек капиталына йорт һатып алып, бергәләшеп бөтәйтеп, газ, һыу керетеп, бар уңайлыҡтар булдыралар, күпләп мал аҫрап йәшәйҙәр. МХО-ға китергә уйлағас, эшендә лә барыһы ла аптырашта ҡалған. “Ике туған энеһе Рушат Йомағолов һәләк булғас, өҫтәүенә, эш урынынан да күптәр киткәс, был ҡарарға килгәндер. “Мин бармаһам, кем һуң?!” - тине лә, китеп тә барҙы.
- Иректең инәһе – 80-де ҡыуған ҡәйнәм Ғәлиәгә, бынамын тигән итеп улын - минең тормош иптәшемде, балаларымдың атаһын, үҫтергәне өсөн рәхмәт белдергем килә. Уға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Ейәндәрен ныҡ ярата, үҙе пенсияла булһа ла, байрамдарҙа, тыуған көндәрендә бүләктәр, йылы һүҙҙәре менән күңелдәрен күтәрә. Балаларҙың берҙән-бер нәнәләре ул. Үҙемдең инәйем мәрхүмә булды, атайым да юҡ инде. Үҙем инәй булғас, уны аңлайым, иптәшем менән ике ул үҫтерҙек. Шуны әйтергә теләйем: беҙ иптәшем менән бер-беребеҙгә ышанып, терәк булып йәшәнек. Донъя булғас, төрлө хәлдәр булды, ауырлыҡтар ҙа булды, бирешмәнек, еңдек.
Үҙем Бажыҡ ауылы ҡыҙымын, Яңғыҙҡайынға килен булып төштөм. Инәйем – Гөлйөҙөм Зиннәт ҡыҙы Шәрипованы иҫкә алғым килә, ул йөрәктән сыҡмай. Ғүмере буйы һауынсы булып, орден-миҙалдарға лайыҡ булып эшләне, райондың беренсе һауынсыһы ине, алдынғы булды, исеме гәзит биттәренән төшмәне. Бик көслө ҡатын ине. Әле лә Буруновка ауыл биләмәһендә уны онотмайҙар, ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар. Атайым менән биш бала, дүрт малай һәм мине, берҙән-бер ҡыҙҙы, матур тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Бәләкәйҙән эшкә өйрәттеләр, көслө булып, бөтөн эште лә белеп үҫтек. Уларға мең рәхмәтлемен, - ти Гөлназ Йомағолова. – Хоҙай Тәғәлә миңә ҙур һынауҙар бирҙе, ағай-туғандарым һәм атай-инәйемдәр бик иртә мәрхүм булдылар, яңғыҙым ҡалдым, әммә көслө булырға тырышам, балаларыбыҙ бәләкәй, уларҙы үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Уйлайым да, инәйем дә шулай булған, мин дә уға оҡшағанмындыр инде, бер эштән дә ҡурҡмайым. Иптәшемде юғалтҡас, яңғыҙыма ауыр булһа ла, донъяны көтәм, улдарымды үҫтерәм, уҡытам, эшләп тә йөрөйөм, Аллаға шөкөр. Был һуғыш афәте бер кемдең дә ишеген ҡаҡмаһын, һәр кемдең тормош иптәштәре, аталары, улдары, ағалары, энекәштәре Еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар, тип теләйем.
Гөлназ менән Ирек Йомағоловтар ике улға – 11 йәшлек Алмаз менән 13 йәшлек Исламға атай-әсәй булғандар. Улар мәсеткә йөрөйҙәр, доғалар уҡыйҙар.
- МХО-ла ҡатнашыусының балалары булған улдарыбыҙҙы мәктәптә ике тапҡыр бушлай ашаталар. Яңғыҙҡайын ауыл хакимиәте ниндәй ярҙам кәрәк, һорашып торалар, хәстәрлектәренән ташламайҙар, уларға, МХО-лағы яугирҙар менән эшләгән Рәмзиә Насироваға ҙур рәхмәт, - ти Гөлназ Исраил ҡыҙы.
Ирек Йомағоловтың ғаиләһе тураһында мәҡәлә алдан яҙылһа ла, уны баҫмаға әҙерләгәндә һәләк булыуы билдәле булды. Яугир 4 февралдә тыуған ауылына алып ҡайтып ерләнде. Ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Нацистарға ҡаршы батырҙарса көрәшкән Геройға мәңгелек дан!