Беҙҙең йәш быуын Афған һуғышында һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар менән шәхсән аралаша ала, был уларҙың патриотик тәрбиәһенә, шәхес булараҡ формалашыуына ҙур йоғонто яһай, ә артабан илдең тарихи үткәненә һаҡсыл, иғтибарлыраҡ ҡарарға, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар менән ғорурланырға мөмкинлек бирә.
Районда Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы эшләй, ветерандар район уҡыусылары араһында әүҙем патриотик эш алып бара. Гимназияла уҙған был сараға ла район хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһынан ветерандар – Афған һуғышы ветерандары: Наил Әҡсән улы Вәлитов, Шамил Вәкил улы Кәримов, Ринат Рәшит улы Рәхмәтуллин, Александр Владимирович Тельцов, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар: Илфат Рәхимйән улы Закиров, Азамат Рәис улы Басариев, Салауат Зөфәр улы Шаһиев, һәләк булған яугир Илнур Ғөбәйҙуллиндың әсәһе Ғәйшә Имам ҡыҙы һәм атаһы Фәрит Йәғәфәр улы килгәйне.
Осрашыу башында йыйылыусылар “афған конфликты” тарихын тағы ла бер тапҡыр байҡаны. Уҡыусылар Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереү сәбәптәре, совет һәм Афғанстан хөкүмәте ғәскәрҙәренең берлектәге хәрби хәрәкәттәре, совет яугирҙарының батырлығы, шулай уҡ урындағы халыҡҡа күрһәткән ярҙамы тураһында белде. Афған һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған Ғафури районы хәрбиҙәре: Юныс Рауил улы Зәйнуллин, Рафаэль Рауил улы Сабитов, Зиннур Мөхәмәтулла улы Иҙрисов, Сергей Викторович Чернов, Миңлеғәле Миңлебай улы Заһиҙуллин телгә алынды, һәләк булғандар тураһында хәтерҙе уларҙың хәрби иптәштәре, ғаиләләре һәм яҡындары йөрәк түрендә ҡәҙерләп һаҡлай.
Чечен кампанияларында ҡатнашҡан Рәсәй Армияһы хәрбиҙәренең батырлығы, һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре Илшат Флүр улы Ильясов һәм Ринат Рәис улы Мостафин, СОБР-ҙың айырыуса мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномоченныйы, Рәсәй Федерацияһы Геройы Яҡупов Фәрүәт Абдулла улының ҡаһарманлығы тураһында хәтирәләр барланыҡ. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, офицер, танк батальоны командиры, подполковник, Рәсәй Федерацияһы Геройы Андрей Павлович Мигунов һәм гимназияны тамамлаусы, разведка бүлеге командиры Илнур Фәрит улы Ғөбәйҙуллин хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе лә уҡыусылар йотлоғоп тыңланы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ерҙә тыныслыҡ өсөн көрәштә ғүмерҙәрен биргәндәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Һуңынан ветерандар Р.Р.Рәхмәтуллин, А.В.Тельцов уҡыусылар менән яугирҙарҙың хәрби антҡа тоғро ҡалыуҙары, алыҫ Афғанстанда хәрби хеҙмәттең ауырлыҡтарын нисек еңеп сығыуҙары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Илфат Закиров уҡыусылар өсөн Махсус хәрби операция яугирының хәрби ҡоралдары күргәҙмәһен әҙерләгән, ул шулай уҡ был махсус операцияны уҙғарыу сәбәптәрен аңлатты, яҡташтарҙың батырлығы тураһында һөйләне.
Проект етәксеһе Гөлшат Миңлеғәли ҡыҙы Шаймарҙанова проект һәм уның ярҙамында баҫылған “Улар үҙ бурысын үтәне” китабы тураһында һөйләне, QR-код буйынса ҡушымта ярҙамында уны нисек уҡырға икәнлеген аңлатты.
Осрашыуҙа патриотик шиғырҙар яңғыраны, уҡыусылар ҡунаҡтар өсөн “Кәкүк”, “Һалдат йыры”, “Бөркөттәр йыры”, “А закаты здесь алые”, “Встанем” йырҙарын башҡарҙылар, “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Азамат” бейеүҙәрен күрһәттеләр. Уҡытыусыларҙың ҙур хеҙмәте һәм балаларҙың тырышлығы һөҙөмтәһе булған юғары һөнәри оҫталыҡ менән башҡарылған һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде.
Сараны әҙерләүсе педагогтар Г.Ә.Мөхәмәтшинаға, Д.Ғ.Абдуллинаға, Л.М.Рафиҡоваға, А.Ф.Бурановаға, Г.М.Шаймарҙановаға, 8 “Б” класы уҡыусыларына рәхмәт белдерәбеҙ.
Гимназияла иҫ киткес матур сара үтте. Унда балалар ветерандар менән аралашты. Йылы осрашыу тураһында иҫтәлек улар күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ. Данлы тарихыбыҙҙы һәм геройҙарыбыҙҙы белергә, ысын патриотизм һәм Ватанға фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһөнә әйләнгән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Был - һәр Рәсәй гражданының изге бурысы ул.
Гөлшат ШАЙМАРҘАНОВА,
проект етәксеһе.