Яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөһим йүнәлеш булып тора, бигерәк тә “Йәшәү өсөн инфраструктура” проекты әһәмиәтле. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” кеүек элекке программаларҙың төп элементтарын берләштерә һәм төбәк өсөн яңы маҡсаттар ҡуя. Проект торлаҡ фондын яңыртыу кимәлен ярайһы уҡ арттырыуҙы күҙ уңында тота - 2030 йылға был күрһәткес 26 %-ҡа етәсәк, был Рәсәйҙең уртаса кимәленән (20 %) күпкә юғарыраҡ. Торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә уртаса 35 кв. метрға тиклем артасаҡ, был шулай уҡ федераль норманан (33 кв. м) юғарыраҡ.
Проекттың төп йүнәлеше – торлаҡ төҙөү.Бынантыш, йәмәғәт киңлектәре, социаль инфраструктура булдырыласаҡ, ә торлаҡ биҫтәләрендә заманса транспорт сиселештәре һәм уңайлы маршруттар буласаҡ.2030йылға тиклем 21 млн кв. метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Республиканың терәк тораҡ пункттарында йәшәү өсөн мөхит сифаты 32 %-ҡа күтәреләсәк.
Район хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев әйтеүенсә, төҙөлөш тармағы алдында алдағы алты йылға ҙур, әммә үтәй алырлыҡ бурыстар тора. Районда әле үк был өлкәлә әүҙем эш алып барыла. Мәҫәлән, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса 27 мең 171 кв. м торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған (2023 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 96,5%), шул иҫәптән 26 мең кв. м – шәхси төҙөүселәр. Гәзиттә алдан хәбәр ителеүенсә, былтыр Красноусол ауылында яңы күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылды, унда бөтә фатирҙар ҙа тиерлек социаль программалар буйынса ҡулланыуға тапшырылды – льготалылар, шул иҫәптән етем балалар торлаҡ алды. Ағымдағы йылда дүрт ҡатлы һәм ике подъездлы икенсе шундай уҡ йорт төҙөлә башланы. Уны быйыл тапшырыу күҙаллана. Был күп фатирлы йорт авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү өсөн тәғәйенләнә.
Билдәләп үтергә кәрәк, 2019 йылдан милли проекттар Рәсәй төбәктәрен үҫтереү маҡсатына өлгәшеү өсөн төп инструментҡа әйләнде. Республиканың төҙөлөш министрлығы ошондай алты проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашты, улар араһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты төп роль уйнаны.
Ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын план күрһәткестәре билдәләнә, улар араһында торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре һәм төрлө программалар сиктәрендә торлаҡты сафҡа индереү ҙә бар. Алты йыл дауамында был күрһәткестәр уңышлы үтәлә. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса торлаҡты сафҡа индереү буйынса план 13,5% арттырып үтәлгән. Һөҙөмтәлә, 2019-2024 йылдарҙа 17,5 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде, был тәүге фараздарҙан 14 процентҡа күберәк.