Ошо хәл тураһында Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов: “Быйыл яҙғы ташҡын өс аҙнаға иртәрәк килде. Беҙ быға алдан әҙерләнгәйнек, ауылдарҙа депутаттар, уҡытыусылар менән килешеп, бер төптән булдыҡ. Дежурстволар ойоштороп, халыҡҡа еткереп торҙоҡ. Әммә боҙ тығыны барлыҡҡа килеү сәбәпле, һыу күтәрелеп, аҫылмалы күпер эргәһенән ауылға үтеп инде. 7 өйгә ҡурҡыныс янап, улар утрау хәлендә ҡалды. Шунда уҡ район хакимиәте башлығы Венер Вахитов үҙе килеп етте, иң беренсе сиратта балалар, унда йәшәүселәр эвакуацияланды. Мал-тыуарҙары урынлаштырылды. Шулай уҡ ике электр бағанаһын ҡалын боҙ ҡатламы ауҙарып, әле Таш-Аҫты, Тайыш ауылдарында электр уты юҡ, кискелеккә электриктар яҡтылыҡ булыр тип әйттеләр. Хәүеф янаған ике йортта Зәйнешевтар һәм Әхмәҙиевтарҙың күп балалы ғаиләләре йәшәй. Әлеге көндә балаларға хәүеф янамай, улар уҡытыусыларҙың йорттарына урынлаштырылған, уҡыуҙары өҙөлмәйәсәк. Әле ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүлбеҙ. Зыян күреүселәрҙең исемлеген төҙөйбөҙ. Тағы ла Тайыш ауылында ярға яҡын ултырған өс йорт хәүеф аҫтында”, - тине был хәл менән таныштырып.
Әле һыу үҙ юлын алған, йылға ярҙарында, ауылда эре боҙ ҡатламдары ғына ятып ҡалған. Хәҙер, моғайын, улай хәүеф булмаҫ, ти олораҡ ағайҙар ҙа. Яҙғы ташҡын башҡаса улай ярһымаһын инде, бар ерҙә лә тыныслыҡ булһын.