+4 °С
Ямғыр
Ауыл Советы хакимиәте башлығы әйтеүенсә: “Еҙем йылғаһы ике яҡтан Иҫке Тайыш ауылын уратып аға. Быйыл бер үҙәненә боҙ тығылған, ошо арҡала йылға ағымы бик көслө, бер туҡтауһыҙ яр емерелә. Иҫке Тайыш ауылында ярға яҡын ултырған өс йорт хәүеф аҫтында. Ярға яҡын урынлашҡан йорттарҙы һүтмәйенсә булмай. Бөгөн ауыл халҡы бер йортто һүтте. Иртәгә өмә яһап, икенсеһен күсерергә кәрәк буласаҡ, – ти Әхнәф Әхиәр улы.