Стипендия программалары һәм грант конкурсы аша йәш ғалимдарға ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк, был яңы быуын тикшеренеүселәрҙе формалаштырыуға этәргес буласаҡ.
“Беҙ республикабыҙ иҡтисады үҫешен фән ҡаҙаныштарының тәрәнерәк кооперацияһы менән бәйләйбеҙ", – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Республика «Приоритет-2030» федераль программаһында ҡатнашыуға өс университеттың ғаризаларын яҡлауға әҙерләнә. Был Башҡортостандың ҙур милли ғилми-тикшеренеү проекттарында тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусы булырға һәм берлектәге эшләнмәләр өсөн өҫтәмә финанслау йәлеп итергә ынтылыуын дәлилләй. Комитет эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе иҡтисадтың реаль секторы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеү буласаҡ. Инновацион ҡарарҙарҙы индереүҙе тиҙләтеү өсөн университеттар, ғилми-тикшеренеү институттары һәм сәнәғәт предприятиелары араһында үҙ-ара эш итеү өсөн платформа булдырыу планлаштырыла.
Әлиә Ниғмәтйәнова, Красноусол мәктәбенең 2-се химия уҡытыусыһы:
«Уҡыған ваҡытта алған тикшеренеү тәжрибәһе уҡыусыларыбыҙға артабанғы һөнәр һайлауҙа һәм профессиональ эшмәкәрлегендә бик файҙалы булыр тип ышанам.
Ошо белемдәр ярҙамында уҡыусылар заманса ауыл хужалығының даими үҙгәреүсән шарттарына һәм талаптарына яраҡлаша аласаҡ. 2021-2022 уҡыу йылында Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Красноусолдағы 2-се урта мәктәп араһында ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса "Мәктәп - юғары уҡыу йорто " килешеүе төҙөлдө. Был бәйләнеш киләсәктә математика, биология, химия һәм физика предметтарын тәрәнерәк өйрәнеү, юғары уҡыу йортона киләсәк студенттар әҙерләү маҡсатында башҡарылды. Уҡыу йылы һуҙымында уҡыусылар төрлө тәжрибәләр яһай, Өфөгә экскурсияларға йөрөй, олимпиадаларҙа ҡатнаша, стипендияларға лайыҡ була. 2025 йылдың 28 февралендә беҙҙең мәктәп уҡыусылары Тахтаров Егор ( 6 а класс), Ибраһимов Тимур ( 8 а класс) һәм Мөхәмәтйәнова Аделина ( 8 а класс) Башҡорт дәүләт аграр университетында үткән "Фәнгә тәүге аҙымдар" республика ғилми тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнашты. Балалар үҙ проекттарын лайыҡлы яҡланы һәм Башҡорт аграр университетынан ҡиммәтле бүләктәр алды.»