Красноусол мәҙәниәт йортонда ла “бәләкәй принцессалар һәм принцтар” балы үтте. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан ҡупшы итеп кейенешеп килгән балаларҙы мәҙәниәт һарайында әкиәт геройҙары, ысын принц-принцессалар ҡаршы алды.
- Һәр кем бала саҡта әкиәти байрамда булырға хыяллана. Һәм бына бөгөн һеҙҙең был хыялығыҙ тормошҡа ашты. Беҙ һеҙҙе яҙғы балға саҡырҙыҡ, - тип сәләмләне район хакимиәте башлығы Венер Вахитов сараға йыйылыусы балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен. - Бөгөн һеҙ шундай матурһығыҙ, күҙегеҙҙә шатлыҡ нуры балҡый. Ауырлыҡтарға ҡарамай һеҙҙең шулай әүҙем, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан булыуығыҙға, күп белергә ынтылыуығыҙға сикһеҙ һоҡланам һәм һеҙҙе илебеҙҙең лайыҡлы гражданы, ысын шәхес итеп үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалған атай-әсәйҙәрегеҙгә, олатай-өләсәйҙәрегеҙгә, уҡытыусыларығыҙға рәхмәт әйтәм.
- Бөгөн үҙенсәлекле, мөғжизәләргә бай байрам – бәләкәй принцессалар һәм принцтар балы. Ә бал – бөтә теләктәрҙе, хыялдарҙы тормошҡа ашыра торған серле урын, - тип дауам итте Венер Фәнир улы. - Һеҙҙең дә барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яҡшы уҡыуығыҙҙы һәм үҙ-үҙегеҙгә ныҡлы ышаныуығыҙҙы теләйем. Үҙ-үҙеңә ышаныс булғанда бөтә хыялдарҙы тормошҡа ашырырға була. Ә бөгөнгө көн һеҙҙә матур тәьҫораттар ҡалдырһын, мөғжизәгә ышаныс уятһын.
Балалар ижады үҙәге коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре сәхнәләштергән “Алладин” әкиәтен бәләкәй тамашасылар ғына түгел, хатта ата-әсәләр, тәрбиәселәр ҙә йотлоғоп ҡараны.
Тамашанан һуң бейеү залында ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ысын принцессалар һәм принцтар ҡаршы алды. Шунда уҡ һүрәт төшөрөү, мәрйендән беләҙек теҙеү, ҡағыҙҙан бәләкәй караптар һәм сәскәләр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайны. Малайҙар, әлбиттә, китапхана хеҙмәткәрҙәре менән караптар эшләргә тотонһа, ҡыҙҙар Рәүилә Юлбарисова апайҙары менән беләҙек үрҙе. Һүрәт төшөрөүселәр ҙә күп булды. Ә бына Некрасовка ауылынан килгән Элина Бирҙеғолова исемле бәләкәй принцесса ысын принц менән бейеп, бер хыялын тормошҡа ашырҙы.
Байрам һуңында һәр балаға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ә шулай ҙа, ысын балда ҡатнашып, әкиәт геройҙары, ысын принц, принцессалар менән фотоға төшөү улар күңелендә матур хәтирәләр булып оҙаҡ һаҡланыр. Ата-әсәләр, тәрбиәселәр ҙә байрамдан ҡәнәғәт ҡалып, уны ойоштороусыларға, район етәкселегенә бик рәхмәтле булып таралышты.
М.Мәмәтҡолова.