Форумды асып, район хакимиәте башлығы Венер Вахитов йыйылыусыларҙы форумдың көн тәртибе менән таныштырҙы.
Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фуат Кейекбаев халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән төрлө программалар ярҙамында башҡарылған эштәргә байҡау яһап, йыйылыусыларҙы алда торған бурыстар менән таныштырып үтте.
Артабан “Тепловодоснабжение” МУП-ы етәксеһе Альберт Борханов предприятиеның эшмәкәрлеге, ағымдағы йылда башҡарыласаҡ эштәр хаҡында бәйән итте. Райондың газ хужалығы инженеры Рөстәм Хәмиҙуллин күп фатирлы йорттарҙа газ ҡоролмаларының төтөн һәм вентиляция каналдарын тейешле тәртиптә тотоу саралары хаҡында иҫкәртте.
“Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы” фонды коммерциялы булмаған ойошмаһының көнъяҡ зона буйынса капиталь ремонт бүлеге начальнигы Сергей Левкин үҙенең сығышында ағымдағы йылдың 1 майынан күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға иғәнәнең артыу ихтималлығы тураһында аңлатты.
-Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлауға тарифтар 2022 йылдан бирле бер кимәлдә һаҡланды, йәғни 7.50 һум тирәһе тәшкил итте. Ә был тотош ил буйынса иң түбән күрһәткес,- тип билдәләне Сергей Владимирович.- Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш материалдарына һәм хеҙмәттәргә хаҡтар бермә-бер артты. Һәм был йорттарҙың торошонда сағыла ла башланы. Ә инде иғәнәләр күләмен үҙгәрешһеҙ ҡалдырған осраҡта ремонтҡа мохтаж йорттар тағы ла нығыраҡ туҙасаҡ, хәл ҡатмарлашасаҡ.
- Капиталь ремонт ағымдағы эштәр генә түгел, ул лифттар алмаштырыу, йорттарҙың ҡыйыҡтарын, һыу үткәргес, йылытыу, канализация системаларын яңыртыуҙы үҙ эсенә ала. Әммә аҡса наҡыҫлығы һөҙөмтәһендә күп йорттар үҙ ваҡытында ремонтланмай. Күп урындарҙа халыҡ капиталь ремонтҡа тарифтарҙы арттырмайынса был проблеманы хәл итеп булмаясағын аңлай һәм ремонтты тиҙләтеү маҡсатында үҙҙәре үк тарифтарҙы күтәрергә ҡарар итә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Пархоменко урамында йәшәүселәр квадрат метрға иғәнә хаҡын 10 һумға тиклем күтәреп, 2024 йылда йорттоң ҡыйығын ремонтлатыуға өлгәштеләр. Бынан тыш үткән йылда уҡ республика буйынса 89 йортта йәшәүселәр күп фатирлы торлаҡ йортонда капиталь ремонтҡа иғәнә күләмен квадрат метрға 10,52 һумға тиклем күтәргән,-тип Сергей Владимирович сараға йыйылыусыларҙы улар өлгөһөнә ҡушылырға тәҡдим итте.
Ысынлап та, был аҙым үҙен аҡлаясаҡ. Бөгөнгө тарифтар менән иҫәпләгәндә ике-өс ҡатлы йорттан капиталь ремонтҡа йылына ни бары 300-400 мең һум аҡса йыйыла, Шул уҡ ваҡытта был йорттарҙың ҡыйығын ғына ремонтлауға ла миллиондарса аҡса сарыф ителә. Ә программа эшләй башланғандан алып районда 28 күп фатирлы йортта 53 төрлө ремонт эштәре башҡарылған һәм был эштәргә милекселәрҙең иғәнәләренән тыш республика ҡаҙнаһынан да аҡса бүленгән. Ғөмүмән, тотош ил буйынса финанс йәһәтенән хәл көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, республикабыҙ етәкселеге күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау программаһын бойомға ашырыуға тос өлөш индерә һәм был мәсьәлә иғтибар үҙәгендә тотола. Сөнки программа беренсе сиратта халыҡ тураһында, уларға йәшәү өсөн уңышлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта халыҡ та үҙ сиратында был эшкә тейешле иғтибар бирергә тейеш. Теге йәки был йортта ремонт эштәре ни тиклем кисектерелеп килһә, һуңынан ул күпкә ҡиммәтерәккә төшәсәк.
Сығыш яһаусы билдәләүенсә, республика хөкүмәтендә бөгөн капиталь ремонтҡа тарифтарҙы арттырып, квадрат метрға 12,50 һум итеп билдәләү тураһында һүҙ алып барыла. Был аҙым капиталь ремонтка мохтаж булған күберәк йорттарҙы солғап алырға мөмкинлек бирәсәк.
-Бөгөнгө көндә алдағы 3 йылға ремонтҡа мохтаж йорттарҙың “исемлеге” төҙөлә. Ғафури районы буйынса был исемлеккә 12 йорт индерелергә тейеш,-тип билдәләне Сергей Владимирович. – Йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, яңы шарттар буйынса, капиталь ремонт талап ителгән йорт милекселәренең бынан алда башҡарылған ремонт эштәре өсөн түләнеп бөтмәгән бурысы булмаҫҡа тейеш. Тимәк иғәнә күләмен арттырыу бындай бурыстарҙы тиҙерәк түләп, икенсе төр ремонтты тиҙләтеү мөмкинлеге бирәсәк. Капиталь ремонт өҫтәмә сығым түгел, ә киләсәккә инвестиция.
Иғәнәнең минималь күләмен күтәреү капиталь ремонт фондын арттырып, күберәк йорттарҙы ремонтлауға булышлыҡ итәсәк, тип тамамланы ул сығышын.
Артабан форумда ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, күп мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙеләр.
-
Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов:
- Күп фатирлы йорттарға ремонт буйынса “БР-ҙың төбәк операторы” НОФ-ы эшләй башлаған осорҙан бөгөнгө көнгә тиклем райондағы ошондай 85 йорттоң 28-енә генә капиталь ремонт үткәрелгән, 30 йорттоң 68 подъезы ремонтланған. Ағымдағы йылда Красноусолдың К Маркс урамындағы 8-се йорттоң ҡыйығын яңыртыу планлаштырыла.
Төҙөлөш материалдарына, хеҙмәттәргә хаҡтар көндән-көн артҡан ваҡытта, ысынлап та, күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙән йыйылған иғәнә сығымдарҙы ҡаплай алмай. Шуға ла райондың торлаҡ фондын үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп ремонтлау өсөн тарифты күтәреү көн талабы һәм дөрөҫ аҙым булып тора.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.