Былтыр ноябрҙә Балтас районында “Тамаша” республика театр коллективтары фестивале булып уҙҙы. Унда ике көн дауамында республикабыҙҙың төрлө райондарынан “халыҡ” исеме йөрөткән 10 театр коллективы көс һынашты. Конкурс танылған уҡытыусы, режиссёр, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Удмурт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР-ҙың театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимованың 90 йәшлек юбилейы уңайынан һәм Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек сиктәрендә уҙҙы. Театрҙарҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Унда “Ғафури” халыҡ театры коллективы тамашасылар хөкөмөнә Салауат Әбүзәровтың “Байраҡ аҫтында” спектаклен күрһәтеп, 2-се урын яуланы һәм “халыҡ” театры исемен яҡлап, юғары баһаға лайыҡ булдыҡ. Театр коллективы тамашасыларын үҙҙәренең халыҡсанлығы, тәбиғилеге менән йәлеп итте. Бында Әүхәт – Наил Вәлиев, Сара - Рима Зәйнуллина, Тимерйән - Илнур Ғөбәйҙуллин, Стив - Хызыр Нәзиров, Барый - Фәнзил Ғәлин, Зилә - Гөлфирә Әлмөхәмәтова, музыкаль яҡтан биҙәүсе - Гөлдәр Әбелғужина үҙҙәренең ролдәрен бик оҫта итеп, еренә еткереп башҡарҙылар. Конкурс сиктәрендә театрҙар алдында "халыҡ" исемен яҡлау бурысы тора ине, маҡсатыбыҙға ирештек, был исемде яҡланыҡ, киләсәктә ижад итергә тигән уй-хыялдар менән дәртләнеп ҡайттыҡ,
Йыл һайын традицияға ингән, “Театр яҙы - 2025” район халыҡ театр коллективтары фестивале март айында старт алды.
Фестивалде Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аҡбейек” халыҡ театры Рәлиф Кинйәбаевтың “Һинән ат - минән мандат” комедияһы менән башлап ебәрҙе, режиссёры Тәслимә Һөйөндөкова. Спектакль ауыл тормошо, геройҙарының ябай крәҫтиәндәрҙең колхоздар тарҡалғас үҙ аллы йәшәп китә алмай яфа сигеүҙәре һәм, әлбиттә, мөхәббәт тураһында ине. Һәүәҫкәр артистар: Хәмиҙулла – Фәнүр Фәхриев, Гөлзәйнәп – Рәүилә Лоҡманова, Сынтимер – Флүр Фәхриев, Мәрйәм – Рәсилә Ишморатова, Хөснулла – Фәнүр Баязитов, Фәйрүзә – Гәүһәр Байбулдина, Илшат – Айрат Сөләймәнов, Рәшиҙә – Эльвира Фәхретдинова үҙ ролдәрен шул тиклем оҫта итеп тамашасыларға еткерҙе, музыкаль яҡтан Илһам Байбулдин биҙәне.
Артабан Яңғыҙҡайын мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” халыҡ театры Флорид Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй” трагикомедияһы менән район сәхнәһендә сығыш яһаны. Бында төп ролдә уйнаусы Абдулла бабай дүрт әбейҙе лә ҡарттар йортонан ауылына алып ҡайтырға вәғәҙә бирә. Улар шатланып, сумаҙандарын йыйып, уның ауылына барырға тип торғанда колхоз рәйесе килеп, уның өйөн һүтеүҙәрен әйтә. Был әбейҙәр һуғыш ваҡытында кейәүгә сыҡмай тороп ҡалған ҡатындар, бында ла эҙемтәһеҙ ҡалмаған аяныслы һуғыш темаһы. Ролдәрҙә: Әҡлимә - Рәүилә Мусина, Фатима - Винера Мостафина, Сәлимә – Рәмилә Кәримова, Хәнә – Зәлиә Тимерова, Абдулла – Риф Бикбаев, Рәжәп - Ғаяз Кәримов бик килештереп уйнаны. Ҡуйыусы режиссёрҙары – Рәүилә Мусина, музыкаль биҙәүсеһе – Рәзилә Моратшина, сәхнәне биҙәүсе Флүр Бикбаев булды.
Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортоноң “Ҡараншишмә” халыҡ театры Владимир Жеребцовтың “Тау артында тал илай” драмаһын тәҡдим итте, режиссёры Гүзәл Шафиҡова. Бында һүҙ 1943 йылғы тотош ғаләмде ҡанһыратҡан һуғыштағы аслыҡ, яланғаслыҡ осронда кешеләрҙең төрлө хәлдәргә ҡалыуы хаҡында бара. Йәшәү менән үлем, мөхәббәт менән нәфрәт, рухи һәм матди ҡиммәттәр кеүек мәңге йәнәш, конфликтлы төшөнсәләр уртаһында ҡамғаҡланған геройҙарҙың ахыр сиктә йәшәйештең асылын аңлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе иһә тормоштоң аҡ һыҙаты башланыуға ишара яһай. Муса ролен Дамир Биктимеров башҡара, Ғәйниса - Денира Биктимерова, Морат - Динислам Шафиҡов, Һаҙый - Илдар Әбделмәнов, Рабиға - Гүзәл Шафиҡова, Сәрби - Лилиә Саҙаева, балалар - Самира Саҙаева менән Аделина Әхмәтшина. Спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе - Гөлнур Шәйәхмәтова.
Үтәк ауыл мәҙәниәт йортоноң “Балҡыш” татар халыҡ театры Данир Сәлиховтың “Пуля” комедияһы менән халыҡ театры исемен раҫланы.
Халыҡ ара театр көнөндә район мәҙәниәт һарайының “Ғафури” халыҡ театры Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһының премьераһы менән сығыш яһаны.
...Утыҙынсы йылдар. Колхозлашыу осоро. Ауылда бер төркөм йәштәр бәхетле коммунизм, яҡты һәм тулы хоҡуҡлы киләсәк төҙөйбөҙ тип дыу килә. Әммә иҫке тормош күренештәре лә юҡҡа сығып бөтмәгән икән. Мәҫәлән, 60-тан уҙған Яппар ҡатыны Мәхмүзәнән йәшереп кенә яңы кәләш алырға йөрөй. Һай, татлыға үрелә ҡартлас - йәп-йәш, һылыу ҡоҙасаһы Назаға өйләнмәксе. Ҡоҙа менән ҡоҙаса мөхәббәткә юл аса, тиген. Туҡта, асмай торһондар әле... Баҡтиһәң, Наза бәләкәй ҡоҙаһын - Басирҙы ярата икән, ә ҡартлас Яппар һәм дуҫы Әхмәт менән Басирҙы көнләштереү өсөн генә шаяра ҡыҙ. Бәй, дөрөҫ эшләй, егет булғас, ут булһын, Басирҙы әйтәм, өйләнеү эштәрен тиҙләтһен. Шулай итә лә ул: Ильяс дуҫы ярҙамында һөйгәне менән ҡауышыу сараһын уйлап таба.
Ролдәрҙе Наза - Гөлдәр Әбелғужина, Басир - Салауат Файрузов, Яппар - Фәнзил Ғәлин, Шәмсиә - Алина Әбделмәнова, мулла - Хызыр Нәзиров, Мәхмүзә - Рима Зәйнуллина, Ильяс - Ислам Ҡотлобаев, Әхмәт - Наил Вәлиев бик оҫта башҡара, музыкаль яҡтан Вәғиз Юлмөхәмәтов биҙәһә, сәхнә биҙәүселәре – Фәнүр Ҡалмырҙин, Рәсилә Исхаҡова булды.
Алда яңы ижади үрҙәр, ең һыҙғанып башҡараһы эштәр көтә. Артабан да халыҡ театрҙары коллективтары тамашасыһының баһаһына һәм өмөтөнә тоғро ҡалһын тип теләргә ҡала. Ижади уңыштар, талантлы яңы көстәр өҫтәлеп торһон!
Гөлфирә ӘЛМӨХӘМӘТОВА,
“Ғафури” халыҡ театры
режиссёры.