Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
27 Март , 13:05

“Тәмләп тә ҡарама!”

Хәҙерге ваҡытта сәләмәт тормош алып барыу файҙалы ғына түгел, модалы мауығыу ҙа булып тора. 

“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”

Бик күптәр үҙе өсөн һаулыҡ нигеҙе булған спорт менән шөғөлләнеүҙе һәм дөрөҫ туҡланыуҙы һайлап, матур һын-килбәт, һәйбәт кәйеф, үҙеңде яҡшы тойоу кеүек сифаттар булдыра. Һаулыҡ - ул беҙҙең төп сығанаҡ. Шуға ла беҙ уны бала саҡтан ҡәҙерләргә һәм һаҡларға тейешбеҙ. Үҙ-үҙеңде физик тәрбиәләү ярҙамында кеше көслө булырға мөмкин. Ихтыяр көсө, теләге булған аңлы һәр кем үҙ тормошон дөрөҫ ҡора ала.

Һәр йылдың апрель айында Ғафури районында Балалар ижады үҙәге ойоштороуында эскелеккә, наркоманияға, тәмәке тартыуға ҡаршы профилактик сара булып торған һәм балалар, үҫмерҙәр, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы “Тәмләп тә ҡарама!” тип аталған агитбригадалар смотр-конкурсы үтә. Агитбригадалар райондың һәр мәктәбенән килә. Йылдың-йылы уҙып килгән был конкурста жюри ағзалары булып эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар төркөмө инспекторҙары, Үҙәк район дауаханаһының табип психиатр-наркологы Ф.Х.Хәбибуллина һәм табип-педиатрҙар ҡатнаша. "Бөгөн беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – йәштәрҙә аңлы рәүештә был заман афәтенән баш тартыу теләген уятыу. Һәр йәш кеше генә түгел, ә бала ла наркоманияның ни тиклем ҡурҡыныс булыуын һәм һәләкәткә алып барыуын аңларға тейеш. Мәктәп уҡыусылары, йәштәр араһында профилактик эштәрҙе был заман афәтен өйрәнеү, тикшереү эштәренә ҡорорға мөмкин. Һәр кем эш менән ялды дөрөҫ ойошторорға, гигиена ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә, сәләмәтлекте нығытыу өсөн тәбиғәт байлыҡтарынан - ҡояш, һауа, һыуҙан файҙаланырға өйрәнергә мөмкин, - тип уҡыусыларға үҙ кәңәштәрен дә еткерә улар.

Наркоманияның зыяны тураһында ла ентекле мәғлүмәт бирелде:

Наркоманияны иҫкәртеү саралары кәрәк, сөнки ул наркоманға ла, уның яҡындарына ла ҙур зыян килтерә. Наркотиктар - кешенең мейеһен, психикаһын әкренләп емергән ағыу. Баш мейеһе боҙолоуы һәм нервы системаһының дисфункцияһы арҡаһында эске ағзалар тарҡала башлай. Кокаин һәм башҡа наркотиктар ҡулланған кешеләр 4 йылдан да артыҡ йәшәмәй - йыш ҡына улар йөрәк өйәнәгенән үлә. Морфин ҡулланыусылар 2-3 айҙан һуң аҡыл эшмәкәрлеген юғалта. Бөтә наркомандар ҙа һаулыҡ менән етди проблемалар кисерә (иммунитеты түбән булғанлыҡтан) һәм шуға күрә оҙаҡ йәшәмәй. Ҡайһы бер шәхестәр наркотиктарға ҡушылғандан һуң тәүге йылдарҙа уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалырға тырыша. Наркоман йыш ҡына енәйәтсе булып китә.  Наркомандың мәнфәғәттәре наркотик матдәләрҙе табыу һәм ҡулланыуға ғына йүнәлтелгәнлектән, уның аралашыу даирәһе тарая, башлыса антисоциаль шәхестәрҙән тора.

Наркоман яйлап бөтә нәмәһен юғалта: эш урынын, дуҫтарын, ғаиләһен. Йәмғиәт өсөн ул бөтөнләй файҙаһыҙға әйләнә, шуға күрә йәмғиәт наркоманияның үҫеүен кәметергә һәм накоманияға бәйле кешеләрҙе тулы тормошҡа ҡайтырырға ынтыла. Йыш ҡына наркоманды түбәндәге билдәләр буйынса таныйҙар: йоҡоһоҙлоҡ, аҡһыл тән төҫө; туңған, мимикаһыҙ йөҙйыш иҫнәү, даими тонған танау; ҡалтыранған ҡулдарҙағы шешкән һәм тишелгән веналар; ғәҙәттән тыш киң йәки тар күҙ алмалары һ.б.

Наркоманияны иҫкәртеү саралары - 8 (800) 200-01-22

Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ышаныс телефоны (тәүлек әйләнәһенә) - 8 (800) 200-02-00

 

“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: