Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
28 Март , 10:35

Хәүефле осорға әҙерлек тикшерелде

Үткән йома Красноусолда район хакимиәте алдындағы майҙанда яҙғы ташҡын һәм янғын хәүефһеҙлеге осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларға йәлеп ителәсәк урындағы муниципаль көстәрҙең һәм техниканың әҙерлек торошон тикшереү буйынса смотр үтте. Был сараға йылдың-йылы те-йешле иғтибар бүленеп, район етәкселеге, төрлө хеҙмәттәр, ойошма һәм предприятиелар уны даими контролдә тота. Сираттағы смотрҙа әҙерлек кимәлен район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның урынбаҫарҙары һәм комиссия ағзалары баһаланы.

Хәүефле осорға  әҙерлек тикшерелде
Хәүефле осорға әҙерлек тикшерелде

Был сарала районда булған барса авария-ҡотҡарыу, коммуналь һәм юл хеҙмәттәре, ауыл биләмәләренең ирекле янғын командалары, ташҡын ваҡытында кәрәк булған техникаһы һәм матди-техник саралары ҡатнашты. Шулай уҡ 74-се янғын-ҡотҡарыу часы, ветеринария хеҙмәте, район электр селтәрҙәре, газ хеҙмәте, юл төҙөү-ремонт хужалығы, “Тепловодоснабжение” МУП-ы һәм башҡа төрлө ойошмаларҙың барса техникаһы смотрға ҡуйылғайны. Кисектергеһеҙ медицина хеҙмәте бригадаһы, техник хеҙмәттәр вәкилдәре лә бар.
Һәр предприятие, ойошма етәксеһе хәүефле осорға әҙерлек торошо тураһында һөйләп, үҙҙәре ҡарамағында ниндәй техника һәм ҡорамалдар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Дөйөм алғанда, смотр барышында яҙғы ташҡын һәм янғын хәүефе осорона кәрәкле бөтә техника һәм хәүефһеҙлек саралары булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынып, район яуаплы осорға тулыһынса әҙер, тип баһаланды.
М.МЫРҘАЯНОВА.

Хәүефле осорға  әҙерлек тикшерелде
Хәүефле осорға  әҙерлек тикшерелде
Хәүефле осорға  әҙерлек тикшерелде
Хәүефле осорға  әҙерлек тикшерелде
Хәүефле осорға  әҙерлек тикшерелде
Хәүефле осорға  әҙерлек тикшерелде
Хәүефле осорға  әҙерлек тикшерелде
Хәүефле осорға әҙерлек тикшерелде
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: