Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
28 Март , 10:45

Красноусолда ҙур ифтар

20 мартта Ватан ауылында йәшәүсе Фәйзуллиндарҙың ҙур ғаиләһе: Рифҡәт Әхмәт улы менән Ғәлиә Ғәли ҡыҙы, уларҙың ҡыҙҙары-кейәүҙәре Зөлфиә һәм Ирек Шәйбәковтар, Гүзәлиә һәм Руслан Бакировтар, улы-килене Алина һәм Рөстәм Фәйзуллиндар Красноусолдағы үҙәк мәсеттә ҙур (120-нән ашыу кеше йыйылған) ифтар мәжлесе ойошторҙо. Унда Красноусолдан ғына түгел, райондың төрлө ауылдарынан һәм Өфөнән дә ҡунаҡтар саҡырылғайны.

Красноусолда ҙур ифтар
Красноусолда ҙур ифтар

Райондың имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров йыйылыусыларҙы тәбрик итеп сығыш яһаны, ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Өфөнән Башҡортостан Республикаһы Диниә назаратынан мөфтөй урынбаҫары Альфред хәҙрәт Дәүләтшиндың йөкмәткеле вәғәзен барыһы ла иғтибар менән тыңланы:
- Бар ғәләмдең хужаһы Аллаһы Тәғәләгә хикмәт итеп, шөкөр итеп йәшәргә тейешбеҙ. Мәсет – Аллаһ юлында хеҙмәт итеү урыны. Ләкин мәсет айырым, тормош айырым түгел, һәр кемебеҙ үҙенә “Аллаһ юлында нимә менән ярҙам итә алам?” тигән һорауҙы биреп, ғәмәл итергә тейеш: матди яҡтан, ҡул көсө менән, уҡытыу, өйрәтеү менән, яҡшы холоҡ, үрнәк булырлыҡ ғәмәлдәр менән. Әлеге ваҡытта, Аллаһҡа шөкөр, дин тотоуға дәүләт яғынан да, башҡа төрлө лә сикләүҙәр, тыйыуҙар юҡ, барыбыҙға ихтыяр.
Альфред хәҙрәт районда дин эштәрендә өлгөлө имамдарға: Әнүәр Исмәғил улы (Үтәк), Исмәғил Әбүбәкер улы (Сәйетбаба), Ишбулды Ибраһим улы (Яңғыҙҡайын), Ғәзиз Фәйзулла улы (Ҡолҡан). Мираҫ Салауат улы (Красноусол), имам-мөхтәсиб Фәнил хәҙрәткә һәм Нәғим хәҙрәткә (Яугилде) БР мосолмандары Диниә назаратының Рәхмәт хаттары менән Ҡөрьән китаптарын, күп йылдар дин юлында хеҙмәт һалыусы Ғәлиә Ғәли ҡыҙына, Ғаяз Мәһәҙи улына Ҡөрьән китаптары бүләк итте. Район мөхтәсибәте исеменән Ибраһим ауылы имамы Рәсүл Сәғитовҡа рәхмәт белдерелде.
Йәнә бер ҡунаҡ - Башҡортостан Республикаһы Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Розалия Халиҡова ла республиканың 30 районында эшләп килгән мөслимәләр ойошмалары исеменән тәбрик итеп, Ғафуриҙа дини ғилем биреү эшенең һәйбәт ойошторолоуын билдәләп үтте.
- Әле ҡасан ғына һеҙгә килеп, тәүге уҡытыу-ойоштороу эштәрен башлап ебәргәйнек, бер нисә йыл үтеүгә, башҡа яҡтарҙан 10-20 кеше һынау тотҡанда, һеҙҙән 74 мөслимә уңышлы зачет тапшырғайны. Хәҙер Ғафури мөғәллимәләре тотош Рәсәй кимәлендә онлайн-дәрестәр бирә. Мәсеттәрҙә балалар өсөн уҡыуҙар, төрлө саралар үткәрәһегеҙ. Сауаптарығыҙ тағы арта: бүтәндәргә үрнәк күрһәтәһегеҙ, башҡа яҡтарҙан һеҙҙең тәжрибәне өйрәнәләр. Һеҙ – Аллаһ юлында алғы сафта киләһегеҙ, бер урында тормайһығыҙ, - тип, ул онлайн-дәрестәрҙе уңышлы алып барыусы мөғәллимәләргә: Нәфисә Миндиәхмәт ҡыҙы (Красноусол), Суфия Сәмиғулла ҡыҙы (Юрмаш), Раушания Ғәлимйән ҡыҙы (Красноусол), Рәзилә Әбүбәкир ҡыҙы (Сәйетбаба), Флүзә Фәрит ҡыҙы (Табын), Рима Мөхәмәт ҡыҙы, Фәниә Фәйзулла ҡыҙы, Ғәлиә Сабирйән ҡыҙына (өсөһө лә Яңғыҙҡайындан) Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Зәмзәм һыуы менән ауыҙ асып аҡшам намаҙы уҡылғас, ифтар дауам итте. Төрлө яҡтан килгән имамдар тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Сәйетбабанан, Ватан ауылынан килгән ағинәйҙәр мөнәжәттәр башҡарҙы. Фәүзиә Ҡотлогилдина үҙенең “Аллаһҡа маҡтау”, Рәйлә Һөйөндөкова “Рамаҙан айы” шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Йәстү менән тәрәүих та уҡылды, изге теләктәр теләнде. Бай һыйлы ифтар мәжлесенән барыһы ла ҡәнәғәт булып таралышты.
Ифтарҙы ойоштороусыларға, уларға ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт! Ғаиләләре имен-һау, эшләгән эштәре уң булһын!

Красноусолда ҙур ифтар
Красноусолда ҙур ифтар
Красноусолда ҙур ифтар
Красноусолда ҙур ифтар
Красноусолда ҙур ифтар
Красноусолда ҙур ифтар
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: