Үзбәк ауылында йыр-моңға ғашиҡ Асия Лотфулла ҡыҙы менән Мөхәмәтхәй Рәхим улы ғаиләһендә тыуып үҫкән малай, башҡа тиңдәштәре кеүек бәләкәйҙән эшләп үҫә. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ шиғырҙар ижад итә, бер нисә шиғыры “Йондоҙ” район гәзитендә баҫылып та сыға. Әрме хеҙмәтенән һуң ауылда бер аҙ клуб мөдире булып эшләй, һуңынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәҙәни-ағартыу училищеһының режиссура бүлеген тамамлай. Байтаҡ йылдар ҡала мәктәптәрендә балалар уҡыта, мәҙәниәт йортонда эшләй.
2005 йылда яҙмыш уны тыуған яғына алып ҡайта. Красноусолға ҡайтыу менән ул йәнә дәртләнеп, ең һыҙғанып эшкә тотона, район мәҙәниәт йортонда тик ирҙәрҙән генә торған “Уҡлыҡая” халыҡ ансамбле ойоштора.
Буш ваҡытында Рәмил Ғимрани йыр яҙыу, шиғыр һәм хикәйәләр өҫтөндә эшләй. Уның исеме халыҡҡа һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙып, шул йырҙарҙы үҙе башҡарған йырсы-композитор булараҡ яҡшы таныш. Районыбыҙҙың бик күп ауылдарына атап йырҙар ижад итте. Уның йырҙарын күренекле йырсылар башҡара. Ижад емештәре радио, телевидение аша яңғырап, ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күреп килә. "Ҡайтырмын, әсәйем", "Үҙем генә белгән юл менән", "Рәнйемә", "Яҙмышым бүләгем", "Яңғыҙ итмә", "Һуңланың", "Көҙгө ямғыр", "Ғүмерем миҙгелдәре", "Гәлсәр шишмә", "Йәшлегем тирәктәре" кеүек йырҙары Башҡортостан һәм Татарстанда ҙур популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Күптән түгел Республика Башлығы гранттары конкурсында композитор Рәмил Ғимраниҙың ижады менән таныштырасаҡ “Шағир данлаған Атайсал” проекты еңеүгә өлгәшеп, ошо тәғәйенләнештә уҙғарылған сараларҙа уҡыусылар шағир-композитор Р.Ғимрани ижады менән танышты, район мәҙәниәт һарайы артистары башҡарыуында яҡташыбыҙҙың шиғырҙары һәм йырҙары яңғыраны.
Рәмил Мөхәмәтхәй улының ижады төрлө яҡлы. Һәр ерҙә сағыу таланты, һәләте менән балҡыған шәхес, үҙен йырсы, музыкант, композитор, шағир һәм уҡытыусы итеп танытты. Тау аҫтынан урғылып сығып, йырлай-йырлай үҙ юлын ярып аҡҡан саф һыулы йылға кеүек, уның һәр хеҙмәт емеше үҙ юлын алған. Алда ла ҡоростай һаулыҡ, ижади ҡомар, оҙаҡ йылдар сәхнә биҙәге булып балҡып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!