Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған был проект 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәли Шайморатовтың тарихын өйрәнеү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән. Үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек, Ватанға, уның тарихына һәм хәрби традицияларына һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү проекттың төп маҡсаты булып тора.
Бөгөн проектты тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия- интернатында Шайморатовсылар класы уҡыусыларына махсус формалар алынған, бөгөнгө көндә класс бүлмәләрендә ремонт эштәре алып барыла.
Үткән аҙнала Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ошо проект сиктәрендә "Шайморатовсыларҙың ҡышҡы уйындары" үтеп, район мәктәптәре командалары хәрби-спорт төрҙәре буйынса көс һынашты.
Сараны тантаналы рәүештә асҡандан һуң гимназия-интернат директоры Гөлсөм Монасипова уҡыусыларҙы сәләмләп, гимназияла уҡыусыларҙа илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, "Шайморатовсыларҙың ҡышҡы уйындары"нда ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. “Афған һуғышы ветераны Ринат Рәхмәтуллин да изге теләктәрен еткерҙе. “Шайморатовсылар – Рәсәйҙең буласаҡ һаҡсылары” проекты етәксеһе Рәмзиә Хисаметдинова йыйылыусыларҙы проекттың маҡсаты һәм уның сиктәрендә үтәсәк саралар планы менән таныштырып, ярыштарҙа уҡыусыларға уңыштар теләне. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы командаларҙы ярыш төрҙәре һәм судьялар менән таныштырғандан һуң Шайморатовсылар уйындарына старт бирелде.
Уҡыусыларға урындан оҙонлоҡҡа һикереү, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, турникта һәм иҙәндән күтәрелеү, мәргәнлектә ярышыу һәм башҡа етди һынауҙар әҙерләнгәйне.
Әйтергә кәрәк, ярыш бик сәмле, шул уҡ ваҡытта дуҫтарса йылы атмосферала барҙы. Балалар бер-береһен дәртләндереп, көс-ҡеүәт биреп торҙо. Ярышҡа командалар ныҡлы әҙерлек менән килгән, малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Әммә ярыш ярыш булып ҡала. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Красноусолдағы 2-се урта мәктәп командаһы беренсе, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 7"а" һәм 8"а" кластары командалары лайыҡлы рәүештә 2-се, Ж.Киекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе командаһы 3-сө урынға лайыҡ булды. Еңеүсе командалар кубоктар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Ҡалған командаларға махсус грамоталар тапшырылды. Шулай уҡ ярыш төрҙәре буйынса айырыуса һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткән спортсылар айырым билдәләп үтелде.
Иң мөһиме “Шайморатовсыларҙың ҡышҡы уйындары” киләсәктә илебеҙҙең һаҡсылары буласаҡ йәш шайморатовсыларҙы бер-береһе менән таныштырып, берләштерҙе, үҙ-ара дуҫлаштырҙы.
Мәрхәбә Собханғолова.