Үҫмерҙәр, машиналар араһынан манёвр яһап, тиҙлеккә уҙышып уйнай, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, ысын хәүеф тыуҙыра.
Һуңғы ваҡытта мопед һәм скутерҙар беҙҙең Ғафури үҫмерҙәре араһында ла бик популярлашып китте, юлдарҙа уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Ләкин, мопед йәки скутер руле артына ултырғанда, был йәштәр үҙенең хәүефһеҙлеге хаҡында ла, эргә-тирәләгеләр өсөн фажиғәле барып бөтөргә ихтимал эҙемтәләр тураһында ла уйланмай. Был хаҡта балаларының йәшен, транспортҡа идара итеү күнекмәһе булмауын, водитель таныҡлығы булырға тейешлеген иҫәпкә алмаған ата-әсәләр ҙә уйланмайҙыр, күрәһең. Мопедта йөрөгәндә башҡа шлем кейергә икәнде лә ата-әсә күҙ уңынан ысҡындыра.
Бына быйыл апрелдә генә әле, бәлиғ булмаған бер үҫмер, водитель танытмаһыҙ килеш ҙур тиҙлектә мопедта китеп барғанда, уға идара итә алмайынса, юл-транспорт ваҡиғаһы яһай, һөҙөмтәлә велосипедта китеп барған бала зыян күрә.
Ошондай осраҡтарҙың һәр береһендә лә үҫмерҙәргә мопедта йөрөргә ата-әсәһе рөхсәт иткән. Һөҙөмтәлә балалар төрлө кимәлдәге йәрәхәт алған, ә ата-әсәгә балаһына юлда йөрөргә юл ҡуйғаны өсөн “эләккән”.
Әйткәндәй, мопедҡа идара итер өсөн “М” категориялы водитель таныҡлығы кәрәк, уны 16 йәштән алырға мөмкин. Таныҡлыҡ автомәктәптә уҡып сығып, теоретик һәм практик имтихандарҙы тапшырғас бирелә. Документ юҡ икән, водителгә 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф янай, ә транспорт сараһы махсус туҡталҡаға ҡуйыла.
Үҫмергә 16 йәш тулған булһа, административ хоҡуҡ боҙған өсөн яуаплылыҡҡа уның үҙен тарттырасаҡтар. Бала кесерәк икән, РФ КоАП-ының 5.35-се статьяһы буйынса – “Бәлиғ булмағандарҙы аҫрау һәм тәрбиәләү бурысын үтәмәгән өсөн” - ата-әсә яуап бирәсәк, был эш менән ДПС хеҙмәткәрҙәре түгел, ә ауыр үҫмерҙәр буйынса эшләүсе инспектор, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия шөғөлләнәсәк. Был осраҡта штраф та күпкә юғарыраҡ – 150 мең һум һәм күберәк. Шулай уҡ дуҫыңа йөрөп килергә транспортыңды биреп тороу ҙа язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Бындай ғәйеп өсөн дә ата-әсә яуап бирә.
Әйткәндәй, йәш ҡағиҙә боҙоусыларға тағы бына нимә тураһында уйланырға кәрәк: һеҙҙең шуҡлыҡ киләсәктә карьерағыҙға кире йоғонто яһай ала – бәлиғ булмаған үҫмер ПДН йүнәлешендә яуаплылыҡҡа тарттырылғаны бар икән, уға киләсәктә милиция мәктәбе, хәрби йәки ФСБ институты кеүек уҡыу йорттарында белем алыу тураһында оноторға тура килеүе ихтимал.
Шулай ҙа бер ниндәй ҙә “аҡсалата” яуаплылыҡты һәм буласаҡ карьераны баланың ошондай законһыҙ сәйәхәт ваҡытында үҙенең, шулай уҡ башҡаларҙың ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйыуы менән сағыштырырлыҡ түгел.
Ғафури районының бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияһы, ЮХХДИ бүлексәһе инспекторҙары ата-әсәләрҙән балаларына иғтибарлы булыуҙарын, транспорт сараһы асҡысын тоттороп ҡуймауҙарын, транспортта юлда йөрөргә рөхсәт итмәүҙәрен үтенеп һорай.
Балағыҙға скутер, мопед һатып алып, һеҙ уның һаулығын, хатта ғүмерен хәүефкә дусар итәһегеҙ. Сөнки үҫмерҙәрҙең физик һәм танып-белеү эшмәкәрлеге саҡ формалашып килә, шуға ла улар ҡатмарлы юл торошон ныҡлап аңламай, унда нисек эш итергә белмәй, китеп барыусы транспортҡа тиклемге араны, уның тиҙлеген дөрөҫ самаламай, ваҡытында манёвр яһарғамы, әллә юл бирергәме икәнен аңлап етмәй. Был йәштә үҫмерҙәрҙә “йәшлек максимализмы” ла үҙен һиҙҙерә – үҫмер үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡарарға ынтыла, уға тиҫтерҙәре алдында шәп күренеү ҙә бик мөһим. Шундай ынтылыш транспортты хәүефле йөрөтөүҙә, тиҙлекте хәүефһеҙ сиктән арттырыуҙа сағыла, етмәһә, былар барыһы ла йөрөтөү тәжрибәһе булмаған, хәл-ваҡиғаны баһалай белмәгән килеш бара.
Мопед йә скутер руле артына ултырасаҡ балағыҙға (әлбиттә, водитель таныҡлығы булған осраҡта), юл хәрәкәте шарттарында бындай транспортҡа идара итеүсенең иң бирешеүсән категория икәнен, етди имгәнеү алыу, йә үлеү хәүефе юғары булыуын, шуға Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ентекле өйрәнергә һәм тайпылышһыҙ үтәргә кәрәклеген, тиҙлек режимын боҙорға ярамағанын, манёвр яһауың хаҡында алдан сигнал бирергә һәм, әлбиттә, мотошлем кейергә кәрәклеген аңлатығыҙ.
Артур ҒӘЙФУЛЛИН,
юл-патруль хеҙмәте инспекторы.