Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ошо уңайҙан республикала тематик аллеялар барлыҡҡа киләсәк . Был эштә бөтәһе 7700 төп эре һәм 67 мең төп башҡа үҫенте ултыртыу планлаштырыла. Акцияла 45 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә, уларҙың 5 меңе – ирекмәндәр.
Был акция сиктәрендә районыбыҙҙа ла ағастар ултыртылып, яңы алееялар барлыҡҡа киләсәк. Район үҙәгендәге “Йәшлек” ял паркында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап 80 төп шыршы ултыртыласаҡ. Ошонда уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар иҫтәлегенә “Хәтер аллеяһы”на нигеҙ һалынып, яугирҙарҙың ата-әсәләре, ҡатындары, балалары һәм яҡындары ҡатнашлығында йүкә ағастары ултыртыу планлаштырыла. Бынан тыш “Йәшел Башҡортостан” акцияһына тотош район халҡы ҡушылып, һәр ауылда “Хәтер баҡсаһы”на нигеҙ һалынасаҡ.
Мәрхәбә Мәмәтҡолова.