Игенйылға ауылынан 19 йәшлек Ниғәмәт Мәҡсүтов Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа алына. 391-се уҡсылар дивизияһына эләгеп, Калуга янында барған һуғыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылда Ржев ҡалаһы өсөн барған аяуһыҙ алышта лейтенант, взвод командиры Ниғәмәт Зиннәт улы ҡаты яралана. Госпиталдә оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң уны йәш һалдаттарҙы өйрәтеү, хәрби күнекмәләр үткәреү өсөн 3-сө Белоруссия фронтының 208 -се запастағы уҡсылар полкына тәғәйенләйҙәр. Артабан ауыл хужалығын яҡшы белеүен иҫәпкә алып, ярҙамсы хужалыҡҡа ебәрәләр. Ниғәмәт ағайҙың “личное дело”һында шундай юлдар бар: "Иптәш Мәҡсүтов полкта уҡсылар взводы командиры вазифаһында 1943 йылдың ғинуарынан хезмәт итә һәм үҙенең Ленин, Сталин, Социалистик Ватанға тоғролоғон күрһәтә. Мәҡсүтовтың ныҡышмалылығы менән йәш һуғышсылар көндәлек хәрби уҡыу, политик әҙерлек ваҡытында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, ҡоралдары, кейемдәре тәртиптә. Башҡаларға ҡарата иғтибарлы, үҙенә бик талапсан. Иптәш Мәҡсүтовтың эште дөрөҫ ойоштороуы һөҙөмтәһендә ярҙамсы хужалыҡ баҫыуында 5 көндә 700 гектар һоло, 10 көндә 500 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө ултырталар. Ватанға тоғро, намыҫлы хеҙмәте, ауыл хужалығы эштәрен дөрөҫ ойошторғаны өсөн лейтенант Ниғәмәт Зиннәт улы Мәҡсүтовҡа Хөкүмәт наградаһы бирергә”.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ниғәмәт Зиннәт улы Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 2-се дәрәҗә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 йылдың декабрендә генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта ул. Тыныс тормошта ла һынатмай ветеран, оҙаҡ йылдар янғын һүндереүсе булып эшләй. Ҡатыны Маһира менән 7 бала үҫтерәләр.
Бик күп йылдарҙан һуң ветерандың 6 малай араһында үҫкән берҙән-бер ҡыҙы Рәмиләгә лә һуғыш шауҡымын үҙ башынан кисерергә тура килә. Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк Игенйылға ауылынан ғына ла бик күп ир-егеттәр именлек һағына баҫты. Улар араһында бынан 80 йыл элек Еңеү яулаған Ниғәмәт Зиннәт улының ейәндәре - ағалы-энеле Земфир менән Дамир Вәлишиндар ҙа бар.
...Земфирға армия хеҙмәтен Чечняла үтергә тура килгәс, төндәрен белгән доғаларын уҡып, улының иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләп үткәрә Рәмилә Ниғәмәт ҡыҙы. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Земфир Ғилметдин улы ғаилә ҡора, балалар үҫтерә. Кәләше Әлфиә Салауат ҡыҙы менән иркен, матур йорт һалып сығалар. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән Земфирҙың ҡулы белмәгән эше юҡ, нимәгә тотонһа, шуны ҡойоп ҡуя торғайны. Ихлас, ярҙамсыл ине ул, йөҙөнән йылмайыу китмәне. Ике улы, ҡыҙының уңыштарына һөйөнөп, барса туғандарына изгелек итеп, тормошонан ҡәнәғәт булып йәшәгән бер мәлдә илебеҙ именлегенә йәнә хәүеф янай. Махсус хәрби операция башланып, Чечен һуғышын үткән Земфир беренселәрҙән булып өлөшләтә мобилизация буйынса ил именлеге һағына баҫа. Ул саҡта бер кем дә хәрби операция оҙайлы һуғышҡа әйләнеп, күп яугирҙар йәнә Украина ерендә һәләк булыр, тип уйламаны.
Донбаста барған һуғыштарҙа Земфир яралана, Тамбов госпиталендә дауаланып, һауығыу менән яуҙаштары янына юллана. Икенсегә аяғы ҡаты яраланғас та, яралары төҙәлеп бөтөр-бөтмәҫтән: “ундағыларға ярҙам кәрәк, мине иптәштәрем көтә”, - тине...
...2023 йылдың 21 декабрендә батырҙарса һәләк була ул. Үлгәндән һуң Земфир Ғилметдин улы Вәлишин Батырлык һәм Шайморатов ордендары менән наградланды.
Ағаһының махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын белгән энеһе - Мәскәүҙә эшләп йөрөгән Дамир ҙа үҙе теләп махсус хәрби операцияға китә. Ул да ҡаты яраланып, госпиталдә дауалана. Бөгөнгө көндә Дамир Ғилметдин улы алғы һыҙыҡта. Күптән түгел уның үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемесле яраланған “Ессентуки” позывнойлы лейтенантты алғы һыҙыҡтан алып сыҡҡаны өсөн Дәүләт наградаһы - “За спасение погибавших” миҙалы менән наградланыуы билдәле булды.
Олатайҙары кеүек ейәндәре лә үҙҙәрен ысын ил һаҡсыһы, ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп таныттылар. Бөгөн әсәһе Рәмилә Ниғәмәт ҡыҙы көнө-төнө Дамир улының иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын, Аллаһы Тәғәләнең уны һаҡлап йөрөтөүен, ейәндәре, Земфир менән Дамирҙың улдарына, һуғышты күрергә яҙмаһын, махсус хәрби операция тиҙерәк еңеү менән тамамланып, барса әсәләрҙең балалары, ҡатындарҙың ирҙәре, балаларҙың аталары иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, тип доғалар уҡый. Әсәнең изге теләктәре ҡабул булып, Дамир Ғилметдин улы һәм бөгөн ут эсендә йөрөгән барса ир-егеттәр тиҙерәк имен-иҫән әйләнеп ҡайтһын.
Зилә Сәйетбатталова, Н.Фәрхшатов исемендәге премия лауреаты.
Игенйылға ауылы.