+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
21 Апрель 2025, 05:40

Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды

Шәмбе көнө Красноусолда район хакимиәте алдындағы М.Ғафури исемендәге майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.

Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булдыҺатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды

Унда районыбыҙҙың ауыл биләмәләренән шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алыусыларға тәҡдим итте. Майҙанда теҙелеп киткән сауҙа рәттәре малсылыҡ, ҡортсолоҡ, ҡошсолоҡ продукцияһы, дарыу үләндәре, ҡамыр ризыҡтары һәм башҡа әйберҙәр менән тулы ине. Шулай ҙа был көндә иң күп һатып алыусылар, моғайын, емеш ағастары һәм гөл-сәскәләр һатылған ерҙә булғандыр, сөнки, ҡар иреп, ер-һыу кибеү менән, баҡсасылар миҙгеле башланды. Һәр кем үҙенең йорт алдын гөл-сәскәгә күмергә теләй, ултыртылған үҫентеләрҙән мул уңыш алырға өмөт итә. Йәрминкәлә сәскә орлоҡтарын һәм үрсетмәләрен сират тороп алдылар, ит һатыусылар алдында ла ҙур сират хасил булған ине. Табын ауылынан Хөсөнөтдиновтар үҙҙәре етештергән ҡорот, эремсек, һөт ризыҡтарын тәҡдим итһә, Үтәктән Гөлсинә Зөбәйерова үҙе яһаған варенье, йәшелсә-емеш консерваларын алып килгән.

Ғөмүмән, йәрминкә - бик уңайлы, файҙалы сара. Кемдер үҙенән артҡанын һата, кемдер кәрәген алып ҡыуана. Йәрминкәлә бөтә нәмә лә булды, тиһәк тә, һис арттырыу түгелдер. Халыҡ ит-һөт продукцияһы, бал, йомортҡа һәм башҡа әйберҙәр һатып алып, йәрминкәнән һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.

Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп булды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас