

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Диктант яҙыу район мәктәптәрендә, шулай уҡ Красноусолдың барлыҡ мәктәптәрендә лә үтәсәк.
025 йылдың 26 апрель көнө 11:00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға bashdictant2025@yandex.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2025 йылдың 28 апреле 23:59 сәғәткә (Өфө ваҡыты буйынса) тиклем ебәрергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2025 йылдың 28 апрель 23:59 сәғ. тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә ( https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond ) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.