+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
24 Апрель 2025, 04:56

Герой аллеяһына ағастар ултыртылды

Йәшәгән еребеҙҙе күркәм итеү, йәшелләндереү, экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында ра-йон хакимиәте башлығы Венер Вахитовтың бойороғона ярашлы ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждениелар, ойошмалар, бөтә милек формаһындағы предприятиелар етәкселәре һәм райондың йәмәғәт ойошмалары тарафынан ағас ултыртыу буйынса саралар ойошторолоп, был тәңгәлдә эш тә әүҙем бара. Ул “Хәтер баҡсаһы” һәм “Йәшел Башҡортостан” Бөтә Рәсәй акциялары нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Герой аллеяһына ағастар ултыртылдыГерой аллеяһына ағастар ултыртылды
Герой аллеяһына ағастар ултыртылды

18 апрелдә Советтар Союзы Геройы А.С.Горин аллеяһында кеше күп йыйылғайны. Ғафури районының “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе, муниципаль район Советы һәм Красноусол ауыл советы вәкилдәре был изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Һәр ҡатнашыусы, рәсми костюмдарын ағас ултыртыу өсөн уңайлы кейемгә алмаштырып, ҡулдарына бирсәткә кейеп алды һәм көрәк тотоп үҫентеләр ултыртырға соҡор ҡаҙыны, һыу ташыны. Һәр кем ағастар шаулап үҫһен өсөн изге теләктәрен дә еткерҙе.
Был аллеяға ҡупшы ҡыҙыл миләш, хуш еҫле балан һәм затлы йүкә үҫентеләре ултыртылды. Һәр ҡатнашыусы сараның әһәмиәтен яҡшы аңлай, сөнки ултыртылған ағастар герой аллеяһын биҙәп кенә ҡалмай, ә экологик акцияла ҡатнашыусылар араһында берҙәмлек рухын да нығыта. Төрлө йәштәге кешеләр атай-олатайҙарының хәтерен һаҡлау өсөн берләшә һәм тыуған ауылын тағы ла матурыраҡ, йәмлерәк итә.
- Бөгөн беҙ А.С.Горин аллеяһына ағастар ултырттыҡ, - тип аңлатма бирҙе район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш һәм тәьминәт бүлеге белгесе Гөлназ Виноградова. - Эре үлсәмле йүкә, миләш, балан үҙ ерлеген тапты. Шуны иҫтә тотоу мөһим: ағастарҙы ултыртыу ғына түгел, ошо ултыртылған ағастар артабан һәр беребеҙҙең ҡарашын үҙенә тартып, йәмләп ултырһын өсөн уларҙы һаҡлау ҙа мөһим.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, сараны “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы вәкилдәре ойошторҙо.
Табын һәм Бурлы ауыл биләмәләре халҡы ла акцияға ҡушылып, ҙур эш башҡарҙы. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә был ауылдарҙың автомобиль юлдары буйлап, яңы урман һыҙаттары булдырылды, улар йәйгеһен елдән һәм саңдан һаҡлаясаҡ, ә ҡышҡыһын транспорттың өҙлөкһөҙ хәрәкәте тотҡарланмаҫлыҡ итеп ҡарҙы тотасаҡ.
Табын, Родина, Бурлы һәм Ерек ауыл-
дарынан ағас ултырыуҙа 80 кеше ҡатнашты. Был башланғысты “Урожай” ЯСЙ-е директоры Нәжип Хисаметдинов, Ғафури ветеринария станцияһы коллективы, урындағы мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары күтәреп алды. Тыуған ауылы Еректе йәшелләндереүгә махсус хәрби операциянан әле отпускыға ҡайтҡан “Урал” позывнойлы яугир ҙа үҙ өлөшөн индерҙе.
Әйҙә, ағастар шаулап үҫһен, беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа улар ерегеп китһен өсөн ҡарап, тәрбиәләп торайыҡ.

Герой аллеяһына ағастар ултыртылды
Герой аллеяһына ағастар ултыртылды
Герой аллеяһына ағастар ултыртылды
Герой аллеяһына ағастар ултыртылды
Герой аллеяһына ағастар ултыртылды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас