+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
25 Апрель 2025, 13:10

Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде

25 апрелдә Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә үҙ ғүмерен азатлыҡ һәм тыныс күк йөҙө өсөн аямаған, Украиналағы махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Филүс Ғәбделхай улы Лоҡмановтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү уңайынан үҙе белем алған мәктәп фасадында тантаналы шарттарҙа мемориаль таҡтаташ асылды.

Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелдеБатыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде

Тантаналы митингыла район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, районыбыҙҙың хәрби-иҫәп пункты етәксеһе, запастағы майор Игорь Ступников, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы етәксеһе Рәмзиә Юлмөхәмәтова, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, яугирҙың әсәһе Миңзилә Рәсүл ҡыҙы, атаһы Ғәбделхай Ғабдулхаҡ улы, уҡытыусыһы Әлфиә Степанова, туғандары, яҡындары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты.

Филүс Ғәбделхай улы 1983 йылдың 18 апрелендә Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. 2000 йылда Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбен тамамлап, артабан шофер һөнәрен үҙләштерә. 2001-2003 йылдарҙа Рәсәй армияһында хеҙмәт бурысын үтәй. Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән. 2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизацияланып, махсус хәрби операцияға юллана. Гранатометсы булып хеҙмәт итә. 2-се дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, Шайморатов миҙалдары, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Митингыла сығыш яһаусылар Филүс Ғәбделхай улын яҡты хәтирәләр менән иҫкә алдылар. Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы  Гүзәл Зөфәр ҡыҙына һәм Филүс Ғәбделхай улының ата-әсәһенә бирелде. Аҡ япма төшөрөлгәс, таҡтаташҡа сәскәләр һалынды. Батырҙың яҡындары, таныштары, дуҫтары, класташтары мемориаль таҡтаташ янында фотоға төштө.

Беҙҙең именлегебеҙ, бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен аямаған ҡаһарман яугир Филүс Ғәбделхай улы Лоҡманов тураһындағы яҡты иҫтәлек ауылдаштары, райондаштары күңелендә мәңге һаҡланыр.

Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Батыр исеме таҡтаташта мәңгеләштерелде
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас