

Байырға теләгән
Хоҡуҡ һаҡсылары байырға теләп мутлашыусыларҙың ауына ҡапҡан Өфөлә йәшәгән 53 йәшлек ҡатындың тарихын һөйләне. Быйылғы йыл башында был ҡатынға мессенджерҙарҙың береһе аша билдәһеҙ кеше хәбәр ебәргән. Ул үҙен брокер тип танытҡан, өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге тураһында һөйләгән һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һатып алыу, һатыу эшендә ярҙам тәҡдим иткән. Бер ай дауамында «эш башлаусы инвестор» әңгәмәсеһе әйткән «брокер иҫәптәренә» бер миллион һум аҡса күсергән һәм килем алырға теләгән. Ебәрелгән сумманың күп өлөшө кредит булараҡ алынған.
Шулай итеп, йыйған аҡсағыҙҙы брокерға, финанс советнигына йәки инвесткомпанияға күсерер алдынан аралашсыла шикләнерлек сәбәптәр юҡмы икәнен тикшерегеҙ.
«Мөгөҙ һәм тояҡтар» инвесторҙар клубы
Инвестпроект төрлөсә аталыуы ихтимал: криптопроект, инвесторҙар клубы, билдәле блогерҙың проекты һ.б. Исем бер нимә лә аңлатмай! Әгәр беҙҙең илдә кемдер инвестиция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнһә, ул РФ Үҙәк банкының лицензияһына эйә булырға тейеш. Мотлаҡ ошоно тикшерегеҙ! Бының өсөн Рәсәй банкының сайтына (www.cbr.ru) инеп, «Финанс баҙарында ҡатнашыусыны тикшерергә» тигән бүлекте һайлағыҙ һәм компанияның атамаһын йәки инвестсоветниктың исем-шәрифен яҙығыҙ. Әгәр бер-береһенә оҡшаш атамалар килеп сыҡһа, ентекле итеп тикшерегеҙ. Компания «эшләй» тигән статусҡа эйә булырға тейеш. Әгәр «мәғлүмәттәр табылманы» тигән яҙыу сыҡһа, Рәсәй банкының реестрында ундай компания йәки кеше юҡ тигәнде аңлата, тимәк, һеҙҙең менән мутлашыусылар эш итә. Шулай уҡ финанс баҙарында ҡатнашыусыны Рәсәй банкының «ҡыҙыу линия» телефондары буйынса тикшереп була: 8-800-300-3000, кеҫә телефонынан – 300. Шылтыратыу бушлай.
Ҙур килем вәғәҙә итәләр
Ысын инвестиция һәр ваҡыт хәүеф менән бәйле. Етди эшмәкәрлек алып барған инвестиция советнигы йәки финанс аналитигы бер ваҡытта ла килемгә гарантия бирмәй, сөнки финанс баҙарының ҡанундары менән ул идара итмәй.
Мутлашыусылар иһә, килем гарантиялана, тип ышандыра, улай ғына ла түгел, йөҙәр процентлыҡ йыллыҡ табыш тураһында һүҙ алып бара. Үҙегеҙгә шундай һорау бирегеҙ: әгәр кемдер еңел генә аҡса эшләү юлын тапҡан икән, ни эшләп һеҙҙең менән дә бүлешә? Ни өсөн уға һеҙҙең аҡсағыҙ кәрәк?
Өҫтәүенә һеҙ аҡса индереп кенә ҡалмайһығыҙ, әүҙем рәүештә яңы ҡатнашыусылар табырға, уларҙан иғәнәләр йәлеп итергә тейешһегеҙ. Финанс пирамидалары ошо алымда эшләй. Инвестпроектты мотлаҡ Рәсәй банкының сайтында тикшерегеҙ: www.cbr.ru/inside/warning-list.
Ошо көндәрҙә Рәсәй банкы был исемлеккә Rainbow Shared Energy (RSE) рус-ҡытай компанияһын индерҙе. Башҡортостанда уның офистары Стәрлетамаҡта һәм Октябрьскийҙа бар. Был компания, йәнәһе, мобиль телефондарға заряд ҡорамалдарын (пауэрбанктар) ҡуртымға биреү һәм һатыу менән шөғөлләнә.
Кешеләргә ошо ҡорамалды һатып алыуға 400 доллар индерергә һәм команданы үҫтереү иҫәбенә юғары килем алырға тәҡдим итәләр. Башҡортостан Милли банкы – РФ Үҙәк банкының төбәк бүлексәһе был алым финанс пирамидаһы билдәләренә эйә, тип белдерҙе. Тикшереү һөҙөмтәһендә компанияның реаль эшмәкәрлек алып бармауы, тимәк, вәғәҙә ителгән килемде гарантиялай алмауы асыҡланды. Улар «инвесторҙар» менән бер ниндәй ҙә килешеү төҙөмәй, бөтә аралашыу Telegram аша алып барыла. Әлегә кешеләр яңы ҡатнашыусылар иҫәбенә аҡса ала, әммә бөгөнмө, иртәгәме система юҡҡа сығасаҡ һәм өлөш индереүселәр үҙ аҡсаһын юғалтасаҡ.
Алынмаған табышты күрһәтәсәктәр һәм бер аҙ аҡса бирәсәктәр
Мутлашыусылар кешеләрҙең ышанысын оҙаҡ һәм ныҡышмалы рәүештә яулай. Улар аралашыу барышында һиҙҙермәй генә үҙенең килеме тураһында әйтә. Инвестицияның ысын эшләүенә ышандырыу өсөн мобиль ҡушымтаны күсереп алырға тәҡдим итәләр йәки шәхси кабинет булдыралар. Уларҙа, йәнәһе, килемегеҙҙең нисек артыуын күҙәтеп барырға мөмкин.
Экрандағы табыш бик тиҙ арта барасаҡ. Башта һеҙгә күпмелер аҡсаны сығарып алырға рөхсәт итәсәктәр. Һөҙөмтәлә һеҙ еңел аҡсаның тәмен татып, тағы ла ҙурыраҡ сумма һаласаҡһығыҙ. Улар инвестиция өсөн кредит алырға, милекте һатырға өгөтләйәсәк. Шуны иҫтә тотоғоҙ: кредитҡа аҡса алып, инвестиция менән шөғөлләнергә ярамай! Уңмаған хәлдә, һеҙ бик ҙур бурысҡа батасаҡһығыҙ.
Мәләүездә йәшәгән табип-терапевҡа бер ай дауамында интернет аша бер йәш егет әүҙем рәүештә иғтибар күрһәткән: комплименттар яуҙырған, фотоларына лайктар ҡуйған, хатта өйләнергә вәғәҙә иткән. Тулыһынса үҙенә ҡаратҡас, кавалер һүҙ араһында ғына бизнестағы уңыштары менән маҡтанған һәм килемле инвестиция менән бергә шөғөлләнергә тәҡдим иткән. Киләһе ай дауамында ҡыҙ ниндәйҙер иҫәпкә ҙур суммала аҡса күсергән: дуҫтарынан, таныштарынан бурысҡа алған, кредиттар юллаған. Ә инде уға кредиттар һәм займдар биреүҙе туҡтатҡастар, теге ир юҡҡа сыҡҡан.
Иң башта уҡ һеҙгә консультант беркетәсәктәр. Ул даими рәүештә мессенджерҙар йәки телефон аша аралашасаҡ, төрлө терминдарҙы ҡулланып хәбәр һөйләйәсәк, инвестиция эшләргә ярҙам итәсәк. Ысын финанс аналитиктарының бер туҡтауһыҙ кемдер менән яҙышып, һөйләшеп ултырырға ваҡыты юҡ. Ә мутлашыусының төп маҡсаты – һеҙҙең менән дуҫлашыу, тулыһынса иғтибарығыҙҙы йәлеп итеү. Яңы эш башлаусылар чатына индереүҙәре лә ихтимал. Улар, йәнәһе, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, банк ҡушымталарының скриншоттарын һалып, килемдәре менән маҡтана. Был һеҙҙе лә дәртләндерә һәм ҡасан шул кимәлгә етеүегеҙҙе сабыр ғына көтәһегеҙ, ә ысынбарлыҡта был чаттағыларҙың барыһы ла – мутлашыусылар. Улар өсөн һеҙҙе ошо ауҙа мөмкин тиклем оҙағыраҡ тотоп, күберәк аҡса һурыу мөһим.
Инеү – бер тәңкә, сығыу мөмкин түгел
Мутлашыусылар менән эш иткәндә ниндәйҙер белемгә эйә булыу мөһим түгел, улар бар йәһәттән «ярҙам итә». Уларҙың инвестиция иҫәбен тулыландырыу бик еңел: карта иҫәбе йәки телефон һандары буйынса «остаз, агент, брокер»ға – физик шәхескә аҡса күсерергә; электрон янсыҡ асып, уның аша мифик биржа иҫәбен тулыландырырға; брокер иҫәбенә бәйле криптовалюта янсыҡтарына онлайн-алмашсылар аша аҡса һалырға.
Ысын инвестиция компаниялары бер ваҡытта ла һеҙҙең иҫәпте янсыҡтар йәки физик шәхестәргә күсереү юлы менән тулыландырмаясаҡ. Бындай осраҡта аҡса шунда уҡ мутлашыусылар ҡулына күсә, ә иҫәптәге килем күҙ буяу өсөн эшләнгән һандар ғына.
Ялған инвестицияларға һалынған аҡсаны нисек ҡайтарырға? БЕР НИСЕК ТӘ. Һеҙҙең менән бәйләнештә булып, аҡса һурған әҙәмдәр шунда уҡ юҡҡа сығасаҡ.
Бер тапҡыр алданғандан һуң да һаҡ булығыҙ
Мутлашыусылар күпмелер ваҡыттан һуң яңынан бәйләнешкә сығыуы ихтимал. Был юлы улар үҙҙәрен һеҙҙең осраҡҡа бәйле эште тикшереүсе полиция хеҙмәткәре йәки аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн коллектив хат әҙерләгән юрист итеп таныта. Кем булыуын әйтмәйенсә, нимәнелер яндырырға, диверсия яһарға ризалашҡан осраҡта, урланған аҡсаны кире ҡайтара алыуын белдереүе лә бар. Бындай шылтыратыуҙарҙың маҡсаты – тағы ла аҡса алыу йәки енәйәт эшенә йәлеп итеү! Үҙегеҙгә бәйле алданыу осрағы тураһында таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ.
Сибай ҡалаһында йәшәгән яңғыҙ пенсионер тәүҙә мутлашыусыларға ике миллион һумдан ашыу аҡса күсергән һәм полицияға ғариза яҙған. Унан инде ялған ярҙамсыларға ышанып, урланған аҡсаһын кире ҡайтарыу өсөн тағы 890 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Тегеләре уға телефон аша шылтыратып, ярҙам тәҡдим иткән булған. Бер көн килеп бәйләнеш өҙөлгәс, оло йәштәге кеше тағы полицияға ғариза менән барған.
Материал «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.